Өлөшсөләр өлөшһөҙ ҡалмаҫ27.10.2012
Өфөнөң Гоголь һәм Красин урамдары киҫелешендәге күп ҡатлы торлаҡ йорт төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашҡан 38 кеше яҡлау һорап хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итте. Йорт төҙөлөшө 2004 йылда башланған булған. Ләкин 2010 йылдың декабрендә төҙөүсе “Тех-Интер” йәмғиәте бөлгөнлөккә төшә.

Өлөшсөләрҙең фекеренсә, бының төп сәбәбе — предприятиеның финанс хәле түгел, ә торлаҡ йорттоң рейдерҙар ҡулына эләгеүе. Арбитраж идарасы Рузил Нәбиев йыл аҙағына тиклем конкурс эшен дауам итергә ниәтләй, йәғни торлаҡ йорт бурыслы предприятиеның мөлкәте булараҡ һатыуға ҡуйыласаҡ, ти өлөшсөләр. Һөҙөмтәлә 100-ҙән ашыу ғаиләгә торлаҡһыҙ ҡалыу хәүефе янай.
Был мәсьәлә Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының иғтибар үҙәгендә тора. Ул күп кенә кәңәшмәләрҙә лә ҡаралған. “Тех-Интер” йәмғиәтенә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә халыҡты йортҡа күсерергә күрһәтмә бирелде.
Дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла фатир аласаҡ.
М. МӨХӘМӘТОВА.


Вернуться назад