Республиканың төп автотранспорт предприятиеһы — “Башавтотранс”та транспорт хеҙмәткәрҙәре көнөн үҙенсәлекле билдәләргә ҡарар иттеләр.
Бында байрам табыны, тантаналар урынына күңелле старт уйынын үткәрҙеләр. Унда 15 йәшкә тиклемге балалары булған водитель һәм кондуктор, механик һәм слесарь ғаиләләре ҡатнашты. Конкурсты “Минең автоғаиләм” тип атанылар. Ошо рәүешле предприятие етәкселеге хеҙмәткәрҙәренең кәйефен күтәреп кенә ҡалманы, киләсәктә “Башавтотранс” сафын тулыландырасаҡ йәштәргә лә һөнәр һайлауға йүнәлеш бирҙе.
Конкурстың мотлаҡ шарты — ата-әсәнең береһе республикалағы дәүләт автотранспорт предприятиеларында эшләргә тейеш. Ошондай уҡ ярыштар предприятиеның Ишембайҙағы һәм Нефтекамалағы филиалдарында ла үтте. Иң яҡшы биш ғаилә финалға сыҡты. Конкурсанттарҙың ҡаҙаныштарын баһалаған жюри һөнәри күнекмәләрҙе генә түгел, шулай уҡ ғаилә тормошо стажын, туғандарҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәрен дә иҫәпкә алды. Балалар өсөн пассажир машиналарының техник үҙенсәлектәрен белеүгә, транспортсыларҙың еңел булмаған хеҙмәте тураһында йыр башҡарыуға конкурс ойошторолдо.
— Үҙенсәлекле конкурс хеҙмәткәрҙәребеҙҙең талантын асып ҡына ҡалманы, ғаиләләге мөнәсәбәттәрҙе лә нығытырға булышлыҡ итте, — тине “Башавтотранс” предприятиеһының генераль директоры Алексей Клуг. Хеҙмәт етештереүсәнлегенең ғаиләләге әхлаҡи-психологик шарттарға бәйле булыуы, кеше бәхетле икән, эшен дә тырышып башҡарыуы сер түгел. Ижади һынауҙар коллективты туплауға булышлыҡ итә. Төбәктәге йәмәғәт транспорты эшенең һөҙөмтәлелеге лә ошоға бәйле.
Алексей Клугтың фекеренсә, йәш ғаиләләргә ярҙам автотранспортсыларҙың балаларына ла йоғонто яһай.
— Дәүләт автопредприятиеһы йәш кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә, — тине етәксе. — Үҫмерҙәрҙе ата-әсәһе менән бергә коллектив тормошонда ҡатнашыуға йәлеп итеп, үҙебеҙгә алмаш үҫтерәбеҙ. Бәлиғ булғас, улар “Башавтотранс”ҡа эшкә килер, хеҙмәт династиялары, быуындар күсәгилешлелеге дауам итер, тип ышанабыҙ. Был — һәр предприятиеның эшендә уңыш нигеҙе.
М. ӘМИНЕВА.