Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайында “Ант” төркөмө, тамашасыларын һәм дуҫтарын йыйып, 20 йыллыҡ ижадына йомғаҡ яһаны. Шул уңайҙан төркөм етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Алмас Ғафаров, бер аҙ хәтирәгә бирелеп, концерттар мәлендәге мажараларын иҫенә төшөрҙө.
Һағыҙаҡ— Өфөнөң М. Ғафури исемендәге паркында ҡурайҙа уйнайым. Бер мәл ҙур һағыҙаҡ бәйләнә башламаһынмы! — ти Алмас Ғафаров. — Ипләп кенә микрофондың бер яғынан икенсе яғына шылам, тамашасыға һиҙҙермәй генә ҡурай менән дә ҡыуам. Бөжәк китергә лә уйламай, киреһенсә, йә танауға, йә ҡолаҡҡа, йә ҡурайға килеп ҡуна. Барыбер ҡурҡып ҡасманым, көйҙө аҙағына тиклем батырҙарса уйнаным!
Концерт алдынан одеколон һиптергәйнем. Һағыҙаҡҡа шуның еҫе оҡшаған, күрәһең. Ошонан һуң сәхнәгә хушбуй һөртөп сығыуҙы туҡтаттым.
Эшпилкәле туфли— Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында булды был хәл, — тип хәтерләй йырсы. — Әлшәй районында гастролдәбеҙ. Бер ауыл клубы сәхнәһендә Лилиә Букеева менән сығыш яһайбыҙ. Ҡараһам, йырсы ҡыҙыбыҙ үҙенә һис оҡшамаған: гел сәхнә буйлап йүгереп йөрөргә яратһа ла, был юлы ниңәлер бер урында һәйкәл һымаҡ ҡатып ҡалған. Баҡтиһәң, туфлийының эшпилкәһе иҙән таҡтаһының ярығына ингән дә сыҡмай икән. Лилиәгә ярҙам итә башланым, ул уңайһыҙлана, ә халыҡҡа — үҙе бер мажара.
Ҡатын-ҡыҙға шундай кәңәшем бар: эшпилкә кейеп сыҡһағыҙ, янығыҙҙа һәр саҡ минең кеүек көслө ир-ат булһын!