Ғашиҡтар эскәмйәһенә рәхим итегеҙ!27.10.2012
Мөхәббәткә һәм Тоғролоҡҡа дан йырлаған иҫтәлекле урын “Салауатбыяла” предприятиеһы алдындағы фонтан янында урынлашҡан. Эскәмйә ике ҡатлы үтә ныҡ быяланан яһалған. Уны анһат ҡына ватыу йә емереү мөмкин түгел.
Тормоштарының иң бәхетле көнөндә ошо эскәмйәгә ултырып, теләк теләһәң, никахтың ғүмерлек буласағына ышана йәштәр. Ғашиҡтар өсөн эскәмйәне тантаналы асыу Эльвира һәм Володя исемле парҙың туй көнөнә тап килде. Улар тәүгеләрҙән булып ғашиҡтар эскәмйәһенә ултырып мәңге бергә булырға вәғәҙәләште.
— Ғашиҡтар осраша торған иҫтәлекле урындар күп ҡалаларҙа бар. Ғәҙәттә, бер-береһен һөйгән ике йәш кеше тап ошо урында осрашырға һүҙ ҡуйыша, ғашиҡ була, мөхәббәттәре тураһында белдерә, аҙаҡ ҡауыша. Салауаттағы Ғашиҡтар эскәмйәһе лә мәңгелек мөхәббәт символы булып, бер-береһен һөйгәндәр өсөн осрашыу урынына әүерелеренә ышанабыҙ, — ти “Салауатбыяла” йәмғиәте хеҙмәткәре Людмила Баязитова.
Рима ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВА.
Салауат ҡалаһы.


Вернуться назад