Өфө “Нур” дәүләт татар театры бер кискә Мөхәббәт, татыулыҡ һәм шатлыҡ донъяһына әүерелде. Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына бағышланған “Йәш ғаилә-2012” ҡала конкурсында ҡатнашҡан ете ғаилә бының өсөн ҙур тырышлыҡ һалды.
Тәүге һынау иң яуаплыһы булды, сөнки фойелағы күргәҙмә аша ғаиләләрен танытып өлгөрөргә тейештәр ине. Йәштәр юғалып ҡалманы: йырлап, бейеп, жюри ағзаларын үҙҙәре бешергән ризыҡтан ауыҙ иттереп, конкурсты күтәренке рухта асып ебәрҙе. Артабан сара сәхнәлә дауам итте. “Визит карточкаһы”нда ата-әсәләр йыр-моңға маһирлығын күрһәтһә, өсөнсө һынауҙа кескәйҙәр үҙаллы сығыш яһаны. Иң һуңынан ғаилә йолалары күрһәтелде.
— Бында Өфөнөң иң яҡшы ғаиләләре йыйылған, һәр береһе үҙенсәлекле, — тине жюри рәйесе, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов, бәйгене йомғаҡлап. — Кескәй балалар ата-әсәләре кеүек аҡыллы, талантлы булып үҫһен, шундай уҡ өлгөлө ғаиләләр ҡорһон.
Төп бүләкте Ленин районы данын яҡлаған Әлиә менән Әлмир Мөхәмәтйәновтар яуланы. Улар артабан республика бәйгеһендә сығыш яһаясаҡ.
Баймаҡ ҡыҙы менән Учалы егетенең ғаиләһендә биш йәшлек Айдемир һәм өс йәшлек Әлимхан үҫә. Мөхәмәтйәновтар конкурста үҙҙәрен генә түгел, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен һәм ғөрөф-ғәҙәтен юғары кимәлдә күрһәтеүгә өлгәште. Тәүҙә ҡунаҡтарҙы фойелағы тирмәлә ҡаршылап һоҡландырһалар, һуңынан Айдемир тере тауышҡа “Әйҙә, уйна, ҡурайсы!” тип йырлап таң ҡалдырҙы. Йәш атайҙың улына ҡурай яһарға өйрәтеүе үҙе бер тулҡынландырғыс тамашаға әүерелде.
— Конкурсҡа Ирәндектә үҫкән ҡурай үләнен алып килдек, ул — ҡартатайымдан ҡалған ҡомартҡы. Еңеүебеҙҙә уның да өлөшө бар, — тине Әлмир Мөхәмәтйәнов “Башҡортостан” гәзите хәбәрсеһенә.