Ҡыш ниндәй буласаҡ?27.10.2012
Быйылғы ҡыш бик һыуыҡ була, тиҙәр. Ҡыш ҡыш инде ул. Ә шулай ҙа? Элекке йылдар менән сағыштырғанда һалҡыныраҡмы, әллә шул самамы? Ошо турала мәғлүмәт алыр өсөн “Башгидромет” үҙәге Башҡортостан бүлексәһенең метеорология бүлеге етәксеһе Анна Козаеваға шылтыраттыҡ.
— Башҡортостанда ҡышҡы айҙар алдағы йылдарҙыҡынан әллә ни айырылмаясаҡ, фәҡәт февраль менән марттың ғына ғәҙәттәгенән һалҡыныраҡ булыуы көтөлә, — тине ул, беҙҙең һорауға яуап биреп. – Рәсәй Гидрометеорология үҙәге йылытыу миҙгеле башланыр алдынан яҙға тиклем прогноз төҙөй. Әле шул фаразды төбәктәр буйынса аныҡлайбыҙ. Был эш айҙар, декадалар һәм аҙналар буйына үҙгәреп торасаҡ.
Ә Рәсәй метеорологтарының прогнозы айҙар буйлап ҡарағанда түбәндәгесә.
Ноябрь
Был айҙа Урал федераль округының күпселек өлөшөндә һәм Себерҙең көньяҡ-көнбайышында ғына температураның юғарыраҡ булыуы көтөлә, Төньяҡ Кавказ һәм Көньяҡ федераль округтарында ла былтырғы ноябрҙән йылыраҡ буласаҡ, илдең ҡалған өлөшөндә ғәҙәттәге һауа торошо көтөлә.
Декабрь
Волга буйы һәм Урал округтарының төньяғында (Пермь крайы, Киров, Свердловск һәм Төмән өлкәләре), шулай уҡ Үҙәк округта температура былтырғы декабрҙән һалҡыныраҡ буласаҡ. Ә бына Себерҙең күпселек өлөшөндә һәм Алыҫ Көнсығышта был ай сағыштырмаса йылыраҡ көндәр бүләк итмәксе.
Ғинуар
Шулай уҡ Волга буйы һәм Урал округтарының төньяғында, Үҙәк һәм Төньяҡ-Көнбайыш округтары өлкәләрендә үткән йылдағы менән сағыштырғанда һалҡыныраҡ булыуы көтөлә.
Февраль
Рәсәйҙең күпселек өлөшөндә һауа торошо күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәргә тура киләсәк. Был айҙа уртаса температура Яҡутстанда, Хабаровск крайында ғына юғарыраҡ тороуы ихтимал. Уралдың һәм Себерҙең төньяғында ул, киреһенсә, түбәнерәк булыр.
Март
Рәсәйҙең үҙәгендә, Волга буйы округының төньяҡ-көнбайышында (Киров өлкәһе, Мари Иле республикаһы) һәм Төньяҡ-көнбайыш округтың көньяғында һауа күп йыллыҡ уртаса кимәлдән йылыраҡ булыр тип күҙаллана. Көнбайыш Себерҙә (Төмән өлкәһе) Яҡутстанда былтырғы марттан һалҡыныраҡ, илдең ҡалған өлөшөндә ғәҙәттәге температура вәғәҙә ителә.
Тағы шуныһы бар: Рәсәй Гидрометеорология үҙәге биргән мәғлүмәт һуңғы 15 йыл эсендә 58 — 81 процентҡа раҫланып килә. Шуға күрә яҡын (ҡыҫҡа ваҡытлы) күҙаллау анығыраҡ буласаҡ.