Тәрбиә баланың яҡты йөҙөндә сағыла27.10.2012
— Улыма ҡәҙимге мәктәптә уҡыу ауыр бирелә торғайны. Уҡытыусыларҙың кәңәше буйынса уны Стәрлебаштағы махсус интернатҡа алып килдек, — тип һөйләгәйне бер әсә. — Элек сит кешеләр менән түгел, хатта үҙ ата-әсәһе менән һөйләшергә теләмәгән балабыҙ хәҙер аралашыусан малайға әүерелде. Ул серҙәре, уҡыуҙағы уңыштары, мәктәптә өйрәнгән яңы һөнәрҙәре тураһында мауығып һөйләй. Үҙенсәлекле балаларҙың күңелен аңлай белгән кешеләр ҡулына эләкте улым, шуға һөйөнәм.

Стәрлебашта VIII төрҙәге махсус коррекция мәктәп-интернаты асылыуға — 12 йыл. Мәктәп физик мөмкинлектәре сикләнгән, үҫеше тотҡарланған балаларҙы уҡытыу, тәрбиәләү, йәмғиәт тормошона яраҡлашырға өйрәтеү, уларға социаль-психологик ярҙам күрһәтеү маҡсатында ойошторолдо.
Мәктәп-интернат тәүҙә Стәрлебаш районы балалары өсөн иҫәпләнһә, хәҙер уның сиктәре киңәйҙе — Миәкә, Ишембай, Федоровка, Стәрлетамаҡ һәм башҡа төбәк балаларын үҙ ҡанаты аҫтына алды. Бөгөн бында 73 уҡыусы белем һәм тәрбиә ала. 52 бала дөйөм ятаҡта йәшәй, ҡалғандары йөрөп уҡый. Белем алыу һәм йәшәү бүлмәләре заманса йыһазландырылған, яҡты, йылы.
Уҡытыусылар менән тәрбиәселәр ҡыҙ һәм малайҙарҙың ял сәғәтен дә файҙалы итеп үткәрергә ынтыла. Мәктәптә төрлө түңәрәк эшләй, һәр кем күңеленә ятҡанын һайлап ала: “Светофор”, “Йәш рәссам”, “Оригами”, “Декор”, “Театр”, “Фольклор” һәм башҡалар. Ғөмүмән, берәүҙең дә эшһеҙ йөрөргә ваҡыты ҡалмай. Һәләтле балалар районда үткәрелгән төрлө сарала ҡатнаша. Спорт бәйгеләрендә һәм махсус программа буйынса уҙғарылған олимпиадаларҙа тәүге тиҫтәнән төшөп ҡалғандары юҡ.
Педагогик коллектив үҙ алдына ҡуйған маҡсатты уңышлы тормошҡа ашыра. Тәрбиә һәм уҡыу-уҡытыу эшен яҡшыртыу йәһәтенән ике интерактив таҡта, өс мультимедиа проекторы, йорт кинотеатры, ике музыкаль үҙәк, ете компьютер, ике ноутбук заман талабына яуап бирерҙәй дәрестәр үткәрергә ярҙам итә.
Уҡытыусылар коллективы алдындағы төп маҡсаттарҙың береһе — балаларҙы тормошта кәрәкле һөнәрҙәргә өйрәтеү. Йәштәрҙән тегенсе, ағас оҫтаһы, ауыл хужалығы эшсеһе, йорт ҡуянын үрсетеүсе һәм башҡа һөнәр эйәләрен әҙерләү — уларҙы тулы хоҡуҡлы, булдыҡлы шәхес итеп үҫтереү, үҙаллы тормош ҡороп йәшәргә өйрәтеү ул. 22 уҡытыусы, туғыҙ тәрбиәсе, психолог һәм логопедтан торған коллектив уҡыусыларҙың киләсәге өсөн оло яуаплылыҡ тойоп эшләй. Был үҙенсәлекле балаларҙы үҙ итеп, яратып ҡабул итһәң генә уҡыуҙары һәм үҫештәре алға китә. Шуға күрә педагогтарға талап бик юғары, эшкә лә ауыр һынау аша һайлап алыналар.
Былтырғы уҡыу йылында Стәрлебаш махсус коррекция мәктәп-интернатында “Мөмкинлектәре сикләнгән балалар шәхесен үҫтереүҙә традицион һәм инновация технологияларын ҡулланыу” тигән республика семинары уҙҙы. Уҡытыусылар коллективына уҡыу-уҡытыу алымдарын башҡа махсус мәктәптәргә таратырға тәҡдим ителде.
Мәктәптә 48 инвалид бала уҡый. Улар йыл һайын реабилитация үҙәгендә, шифаханаларҙа һаулығын нығыта. Тәрбиәләнеүселәрҙең ғаиләһенә лә ҙур иғтибар бүленә: ата-әсәгә балаларҙың социаль мөмкинлектәрен дөрөҫ баһалау буйынса аңлатыу эштәре алып барыла, психологик ярҙам күрһәтелә.
Тәрбиәләнеүселәр киләсәктә йәмғиәт тормошона ышаныслы аҙымдар менән баҫһын, үҙен шәхес итеп тойһон өсөн педагогик коллектив ҙур эш башҡара. Балалар татыу ғаилә булып йәшәй. Уларҙың яҡты йөҙөнә ҡарап та, уҡытыусы һәм тәрбиәселәрҙең яҡшы мөнәсәбәтен күҙалларға мөмкин. Ҡыҙ һәм малайҙар һәр ваҡыт ҡараулы, тамаҡтары туҡ, өҫ-башы таҙа.
Зәйнәп ҒАФАРОВА,
Салауат ҡалаһының
психологик-медик-педагогик
комиссияһы психологы.


Вернуться назад