Хәсәновтар, ғаилә фольклор ансамбле булараҡ, Баймаҡ районында ғына түгел, хатта республикала киң танылыу яулаған. Түбәнге Яйыҡбай ауылында йәшәгән Рәхимә менән Сәфәрғәле Хәсәновтар балаларында халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәтенә, йолаларына ҡыҙыҡһыныу уята, йыр-моңға һөйөү тәрбиәләй алыуы менән оло хөрмәткә лайыҡ.
Татыу, берҙәм ғаиләнең фольклор ансамбле ҡайҙарҙа ғына сығыш яһамай. Шулай ҙа Хәсәновтарҙың иң ҙур еңеүе — 2008 йылда Мәскәүҙә үткән III Бөтә Рәсәй “Рәсәй ғаиләһе” ижади фестивалендә ҡатнашып, маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуы. Шулай уҡ улар “Берҙәм ғаилә” Бөтә Рәсәй телевизион конкурсы еңеүсеһе (1982), Башҡортостандың “Ғаилә биҙәге” республика фестивале лауреаты (1998) була. Балаларында халҡыбыҙҙың йырҙарына һәм бейеүҙәренә, сәсәндәр ижадына, боронғо йолаларына ҡарата тоғролоҡ һәм ҡыҙыҡһыныу уята алыуы менән бәхетле Рәхимә инәй менән Сәфәрғәле олатай. Шулай булмаһа, балалары сәнғәт, мәҙәниәт, мәғариф өлкәһендә халыҡ һөйөүен яулай алыр инеме?! Юҡтыр, үҙең йыр-моң яратмай тороп, бала күңеленә юл табыуы еңел түгел ул. Шуныһы шатлыҡлы: бөгөн уларҙың ейән-ейәнсәрҙәре лә сәхнә түрен яулай. Зилиә менән Юлиә Бәхтиева, Рафиҡ Хәсәнов, Розалия Иҙелбаеваның исеме халыҡҡа яҡшы таныш.
Ояһында ни күрһә, осҡанында ла шул, ти халыҡ мәҡәле. Ысынлап та, 11 балаһына ла юғары белем биргән, барыһында ла сәнғәткә һөйөү тәрбиәләй алған Хәсәновтар күптәргә өлгө. Тап шундай ата-әсәләр күберәк булғанда ғына ғаилә институты йәшәйәсәк һәм бәхетле, талантлы йәштәргә юл асыласаҡ.
Кәримә УСМАНОВА.
Баймаҡ районы.