Рәхмәттән дә ҙурыраҡ баһа юҡ25.10.2012
Рәхмәттән дә ҙурыраҡ баһа юҡКешенең донъяла бер хазинаға ла алмаштыра алмаҫлыҡ иң ҙур байлығы — һаулыҡ. Заман көсөргәнеше, экологик хәлдең киҫкен булыуы сәләмәтлегебеҙгә кире йоғонто яһамай ҡалмай. Ҡыҙғаныс, һаулыҡты һатып алырға бер кемдең дә хәленән килмәй. Шуға ла, сирҙе дауалауға ҡарағанда, уны иҫкәртеү күпкә отошлораҡ, ти аҡ халатлылар. Әлбиттә, был кешенең үҙенән тора. Шуныһы ҡыуаныслы: хәҙер шифаханаға барыр өсөн оҙаҡ сиратта тороп, әллә күпме аҡсаңды һәм ваҡытыңды әрәм итеп йөрөргә түгел, Башҡортостанда йәнең теләгән саҡта, һәр миҙгелдә дауаланып, ял итеп ҡайтыу мөмкинлеге бар. Хөкүмәтебеҙ тарафынан республика шифаханалары һанын арттырыу, хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу, дауалау учреждениеларының матди хәлен нығытыу буйынса даими хәстәрлек күрелә.

Башҡортостан шифаханалары тәбиғәттең хозур ҡосағында урынлашыуы яғынан ғына түгел, минераль һыуы, үҙенсәлекле дауалау алымдары, шифалы батҡағы менән Рәхмәттән дә ҙурыраҡ баһа юҡдә киң танылыу алған. Шунлыҡтан беҙҙең республикаға йыл һайын һаулығын нығытырға илебеҙҙең барлыҡ төбәктәренән, хатта сит илдәрҙән дә меңдәрсә кеше ағыла. Көньяҡ-көнсығыш райондарҙың йөҙөк ҡашына әйләнгән “Талҡаҫ” һәм “Яҡтыкүл” шифаханалары ла Рәсәй буйынса иң яҡшылар рәтендә. Бөгөн иһә улар менән бер рәттән халыҡҡа ял һәм дауаланыу хеҙмәттәре тәҡдим иткән “Сибай” шифахана-профилакторийы хаҡында һөйләмәксемен.
Рәхмәттән дә ҙурыраҡ баһа юҡ“Сибай” шифахана-профилакторийы 1961 йылда Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинаты ҡарамағындағы учреждение булараҡ төҙөлә. Оҙаҡ йылдар дауамында бында комбинат эшселәре генә сәләмәтлеген нығыта. Эш шарттарында йәки һөнәри сиргә дусар булғандар профилакторийҙа дауалау һәм реабилитация сеанстары үтә. Заман үҙгәрә төшкәс, шифахананың да мөмкинлектәре киңәйә — теләүселәрҙең барыһы ла ял итә ала. Сибай ҡалаһынан йыраҡ булмаған ерҙә, йәмле тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан шифахана-профилакторийҙың йүнәлеше йөрәк-ҡан тамырҙары, тын алыу юлдары, ашҡаҙан-эсәк, нервы системаһы, терәк-хәрәкәт ағзалары сирҙәрен дауалай. Бөгөн бында ауырлы ҡатындарҙың да сәләмәтлеген нығыталар. Бының үҙ сере бар: “Сибай” шифахана-профилакторийы директоры Радик Хоҙайғолов — юғары категориялы гинеколог, Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре.
— Тәүге сиратта “Сибай” шифахана-профилакторийына комбинат эшселәрен һәм ветерандарын ҡабул итәбеҙ. Улар бушлай, йәғни предприятие иҫәбенә һаулығын Рәхмәттән дә ҙурыраҡ баһа юҡнығытыу мөмкинлегенә эйә. Һуңғы биш-алты йылда профилакторий, буласаҡ әсәләрҙең сәләмәтлеген һаҡлау буйынса махсуслашып, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа йәшәүселәргә һаулыҡ нығытыу хеҙмәте күрһәтә. Шулай уҡ бында амбулатор ярҙам да алырға мөмкин. Кәрәкле процедуралар өсөн тейешле сумма индерәһең дә уңайлы ваҡытта килеп дауаланаһың. Тағы ла беҙ ҡаланың ҡеүәтле сәнәғәт предприятиеларынан — “Башҡорт баҡыры” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәрен дә путевка буйынса ҡабул итәбеҙ, — тине Радик Сәлмән улы.
Киң профилле шифахана-профилакторий 100 урынға иҫәпләнгән. Йәйге осорҙа ял итеүселәрҙең һаны хатта артып та китә, сөнки был ваҡытта күберәк балалар килә. Рәхмәттән дә ҙурыраҡ баһа юҡҠышҡы каникулда ла балаларҙың сәләмәтлеген нығытыу өсөн ата-әсәнең тап “Сибай” шифахана-профилакторийын һайлауы юҡҡа түгел. Саф һауа, күңелле ял һәм һауыҡтырыу сеанстары уҡыусыларҙың һаулығын нығытып ҡына ҡалмай, күтәренке кәйеф, дәрт һәм көс тә өҫтәй.
Йыл дауамында 1300-ҙән ашыу кеше путевка буйынса килә. 360-ҡа яҡын ауырлы ҡатын һәм балалар сәләмәтлеген нығыта. Бында үҙ эшенә мөкиббән табиптар һәм шәфҡәт туташтары эшләй.
Шифахананың һауыҡтырыу комплексы нигеҙендә төплө дауалау үткәрелә: көнөнә биш тапҡыр диетик туҡланыу, ләм менән дауаланыу, спелеокамера, магнит Рәхмәттән дә ҙурыраҡ баһа юҡтерапияһы, массаж, ультратауышлы ингаляция һәм башҡалар инә.
Тоҙ шахтаһы, “Шарко” душы, Екатеринбург өлкәһенән килтерелгән шифалы батҡаҡ менән дауаланырға теләүселәр ҙә бихисап. Шифахана-профилакторий йылдан-йыл яңы ҡоролмалар менән йыһазландырыла. Был йәһәттән Сибай тау-байыҡтырыу комбинаты ҙур ярҙам күрһәтә. Комбинат ярҙамы менән барлыҡ йыһаз яңыртылған, палаталарға телевизорҙар алынған, ремонт яһалған. Күптән түгел “Кедр мискәһе” ҡоролмаһы, магнит терапияһы үткәреү өсөн “Алмаг-2” аппараты, “Нуга– Бест” массаж карауаттары һатып алынған.
Аромафитотерапия курстарын ауырлы ҡатындар бигерәк ярата, ти шәфҡәт туташтары. Махсус йыһазландырылған дауалау физкультураһы залы бар. Теләүселәр шулай уҡ теннис, шахмат уйнай, саф һауала йөрөй. Шифаханала түләүле ҡоро углекислы ванна, стоматология һәм гинекология хеҙмәттәре, массаж кабинеттары эшләй.
Рәхмәттән дә ҙурыраҡ баһа юҡШифахана-профилакторий бөгөнгө баҙар талаптарынан сығып заманса йыһазландырылған, Европа стандарттарына тиңләштерелгән ҡунаҡхана бар. Ситтән килеүселәргә бер һәм ике урынлы люкс-бүлмәләр тәҡдим ителә. Ҡала ҡунаҡтары ла был хеҙмәттән файҙалана. Саунала рәхәтләнеп сабынырға мөмкин. Бильярд залы эшләй.
Юғары категориялы врач-терапевт Алһыу Яманғолова, өлкән шәфҡәт туташы Галина Федорова, l категориялы врач-стоматолог Рәйес Әбдрәхимов, массаж яһаусы Гөлсөм Ирназарова, шәфҡәт туташы Әсҡәпъямал Күбәковаларҙы ял итеүселәр яҡшы яҡтан ғына телгә ала.
— Бар тырышлығыбыҙ — дауаланырға килеүселәр өсөн. Килгән кеше рәхәтләнеп ял итһен, үҙенә кәрәкле дауалау процедураларын алһын, үҙен ожмахта кеүек тойһон өсөн хеҙмәтләндереүсе персонал алдына юғары талаптар ҡуйырға ла тура килә. Улар-ҙың һәйбәт дауа һәм яҡшы ялдан ҡәнәғәт ҡалыуҙарынан һәм рәхмәттәренән ҙурыраҡ баһа юҡ беҙгә, — ти шифахана-профилакторий директоры.
Яңыраҡ “Сибай” шифахана-профилакторийы “Буранбай” туристик компанияһы менән берлектә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе “Социаль туризм” проекты буйынса ҡабул итә башлаған. Уларҙы хеҙмәтләндереү өсөн беренсе ҡаттағы бүлмәләрҙә махсус ремонт үткәрелгән, уңайлы ишектәр ҡуйылған. Тәүге клиенттар — Өфө ҡалаһынан Елена Иҙрисова, Стәрлетамаҡтан Әминә Евдокимовалар менән осраштым. Ял итеүселәрҙең кәйефе шәп, Сибайға килеүҙәренә һис тә үкенмәй улар. Дауаланыу сеанстарынан башҡа, уларҙы “Буранбай” туристик компанияһы төбәктең иҫтәлекле урындарына экскурсияларға йөрөткән, төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнашҡандар. Тәбиғәттең хозур ҡосағына ял итергә барыу, Арҡайымды күреү, донъяла ҙурлығы буйынса икенсе урында торған Сибай карьерында булыу, 3D форматлы кинофильмдар ҡарау, иң мөһиме — бер-береһе менән аралашыу уларҙа иҫ киткес ыңғай тәьҫораттар ҡалдырған.
Алда әйтеп үтеүемсә, “Сибай” шифахана-профилакторийы ҡаланан ситтә, экологик йәһәттән таҙа урында, урман эсендә урынлашҡан. Юл эргәләй ап-аҡ ҡайындар үҫә, шифахана тирәһен ҡарағайҙар уратып алған, түтәлдәрҙә, көҙ етеүен дә һанламай, әле булһа сәскәләр балҡып ултыра. Ошондай ожмах ҡосағында сәләмәтлеген нығытыусылар төтөнлө, бысраҡ ҡала һауаһынан һуң саф һауа һулай, ауылда йәшәүселәр, ниһайәт, эштән бушап, тәбиғәт матурлығына һоҡлана.
Театр һөйөүселәрҙе махсус автобус менән А. Мөбәрәков исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры спектаклдәренә, Сибай дәүләт филармонияһына, йә булмаһа ҡаланың тыуған яҡты өйрәнеү музейына йөрөтәләр. Шифахананың үҙендә концерт-дискотекалар йыш ойошторола. Ҡышын йәйәүләп тә, саңғыла ла саф һауала йөрөргә мөмкин. Киләһе йылдан гәзит-журналдар алдырыуҙы ла яйға һаласаҡбыҙ, ти шифахана-профилакторий етәкселеге. Моғайын, улар араһында “Башҡортостан” гәзите лә урын алыр.
Киләсәктә шифахана-профилакторий “Һаулыҡ йорто” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте итеп үҙгәртеләсәк. Бының өсөн санаторий тормошон юғары кимәлдә тәьмин итеү, дауалау процесын тағы ла камиллаштырыу бурысы торғанлығын яҡшы аңлай коллектив. Шунлыҡтан бөгөндән үк “Сибай” шифахана-профилакторийын республикала ғына түгел, Бөтә Рәсәйҙә билдәле булған шифаханалар рәтенә күтәреү — алыҫ хыял ғына түгел, ә бөгөнгө көн талабы.
Кәримә УСМАНОВА

Люциә ЯРБУЛОВА, Баймаҡ ҡалаһы:
— “Социаль туризм” проекты буйынса килдем. Беренсе тапҡыр булыуыма ҡарамаҫтан, шифахана-профилакторий оҡшаны. Хеҙмәтләндереү юғары кимәлдә. Кешеләргә булған ихласлыҡ был шифаханала айырыуса күҙгә ташлана. Дауаланыу төрҙәренән иһә йәнеңә ни кәрәк, бөтәһе лә бар. Бигерәк тә батҡаҡ менән дауаланыу килеште.
Нурислам ХОҘАЙБИРҘИН, Сибай ҡалаһы:
— 18 йылдан ашыу Сибай тау-байыҡтырыу комбинатында эшләйем. Әле лә комбинат биргән бушлай путевка буйынса дауаланыу курстары алам. Элегерәк тә булғаным бар ине, хәҙер үҙгәрештәр иҫ киткес: бүлмәләр йыһазландырылған, телевизор бар, душ кабинеттары ҡуйылған. Туҡланыу ҙа яҡшы.
Сәкинә ХӘЛИТОВА, Әбйәлил районы:
— Үҙебеҙҙең “Яҡтыкүл”, Баймаҡ районының “Талҡаҫ” шифаханаларында булғаным бар. “Сибай”ға тәүге килеүемә ҡарамаҫтан, ныҡ оҡшаны. Дауаланыу ҙа яҡшы, иғтибар, ихтирам да етерлек. Минең кеүек диабет менән ауырыусыларға махсус меню әҙерләнә. Ҡайтҡас, таныштарыма ла шифахана тураһында һөйләйәсәкмен.
Елена ИҘРИСОВА, Өфө ҡалаһы:
— Санаторий-профилакторийға әсәйем Зилә Фәйзулла ҡыҙы менән бергә килдек. Ун көн буйы дауалау курстары алдым, бигерәк тә батҡаҡ килеште. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе ҡабул итеү өсөн шифаханала төҙөкләндереү эше башланған, тимәк, киләсәктә беҙҙең кеүектәр өсөн бар уңайлыҡтар ҙа булыр, тигән фекерҙәмен.
Әминә ЕВДОКИМОВА, Стәрлетамаҡ ҡалаһы:
— Төрлө шифаханаларға йөрөп торам, тәүге тапҡыр “Сибай”ҙы һайланым. Үкенмәйем, ялым яҡшы үтте. Дауаланыуҙың сихәте булыр, шифаһы килешер, тип ышанам.


Вернуться назад