Сауҙа мөнәсәбәттәрен киңәйтеү, бизнесты үҫтереү, контрабандаға ҡаршы көрәш, наркотиктарҙы, сертификатһыҙ аҙыҡ-түлекте, тауарҙы индереүгә, шулай уҡ мәҙәниәт һәм милли ҡомартҡыларҙы ситкә сығарыуға юл ҡуймау… Ана шундай мөһим бурыстарҙы үҙ иңенә алған Башҡортостандың таможня хеҙмәткәрҙәре.
– Һөнәри байрамыбыҙҙы матур уңыштар менән ҡаршылайбыҙ. Былтырғы эш һөҙөмтәләре буйынса беҙ илдә алдынғылар рәтендә, – тип башланы сығышын “Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостан таможняһы начальнигы, генерал-майор Юрий Владимиров.
Ошо йылдың 9 айында таможня тарафынан федераль бюджетҡа 4 миллиард 500 миллион һум аҡса күсерелгән. Йәнә тышҡы сауҙа, һауа суднолары аша пассажирҙарҙың артыуында ла уларҙың хеҙмәт өлөшө ҙур.
Илебеҙҙе наркотик афәте солғап алды. Был йәһәттән дә ойошма хеҙмәткәрҙәре һөҙөмтәле эш алып бара. Ошо осорҙа уларҙың уяулығы ил буйлап наркотик матдәләр менән кәсеп иткән енәйәтселәр төркөмө эшмәкәрлегенә нөктә ҡуя. Уларҙың берәүҙәре ағыулы матдәләрҙе сик аша алып сыҡҡан, икенселәре төрлө төбәктәргә таратҡан, өсөнсөләре республиканың төнгө клубтарына йөрөгән йәштәргә еткергән. Ғәҙәттә, бындай төр енәйәт өсөн ун биш – егерме йылға тиклем йәки ғүмерлеккә төрмәгә ултыртыу ҡаралған.
Халыҡ-ара почта аша ла мәкерле уй-ниәтен тормошҡа ашырырға теләгәндәр туҡталмай. Бер саҡ тикшереүселәр ағыулы медальондар менән шыплап тултырылған ике посылканы ҡулға төшөрә. Унан нурланыу ҡеүәһе Рәсәйҙә билдәләнгән санитар норманан 50 – 70 тапҡырға юғарыраҡ була.
Коллектив мохтаждарҙы ла онотмай. Ҡарттар, инвалидтар йорттарында, етем балалар янында йыш булалар, йылы һүҙҙәре, бүләктәре менән уларҙың күңелен йылыталар.
Замандан артта ҡалмау юҫығында ла ойошмала маҡсатлы эш алып барыла. Электрон декларациялау үҙәге төҙөү – бөгөн таможня хакимиәтенең үҫешендә мөһим аҙым. 2014 йылға тиклем барлыҡ документтарҙы электрон юл менән эш итеүгә күсергә ниәтләй улар.
И. ХАҠОВ.