Бәйләнеште өҙмәйек25.10.2012
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ!
Гәзит-журналға яҙылыу декабрь урталарына тиклем дауам итә. Әммә ваҡыт бар әле йәки өлгөрөрмөн тип, “Башҡортостан”ға яҙылыуҙы һуңғы көнгәсә кисектермәһәгеҙ ине.
2013 йылдың тәүге яртыһына яҙылыу хаҡы — 706 һум 32 тин, ә аҙнаһына бер тапҡыр сыҡҡаны (31805 индекслыһы) — 146 һум 64 тин. Хаҡ күтәрелеүҙе тәбиғи хәл булараҡ ҡабул итәйек. Әгәр аҡса яғы наҡыҫ икән, башта өс айға яҙылырға ла мөмкин.
Йәнә иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Башҡортостан” гәзитенең аҙнаһына биш тапҡыр сыҡҡанына (50600 индекслыһы) яҙылыусылар квитанцияны редакцияға ебәргән осраҡта, бүләккә “Башҡортса дини календарь” аласаҡ.
Үкенескә ҡаршы, күптәрҙең аҙнаһына бер тапҡыр сыҡҡан йома һанына ғына яҙылыуы күҙәтелә. Һөҙөмтәлә улар башҡа көндәрҙә донъя күргән, көн ҡаҙағына һуҡҡан мәҡәләләрҙе, файҙалы кәңәштәрҙе уҡыуҙан мәхрүм ҡала. Баҫмабыҙ көн дә килһен тиһәгеҙ, аҙнаһына биш тапҡыр сыҡҡанына яҙылырға кәңәш итәбеҙ.
Йортоғоҙға яҡын урынлашҡан “Өфө-матбуғат” киосктары аша "Башҡортостан" гәзитенә яҙыла алаһығыҙ. Хаҡы — алты айға 540 һум. Был осраҡта баҫма юғалмаясаҡ һәм үҙегеҙ теләгән ваҡытта килеп аласаҡһығыҙ.
“Башҡортостан” — ул халыҡ гәзите,
“Башҡортостан” — ул һинең баҫмаң!


Вернуться назад