Тәбиғәт алдында кешелек көсһөҙ, был бәхәсһеҙ. Ер шарының бер мөйөшөндә туфан ҡалҡыуы, икенсе урында тауҙың шыуып төшөүе, бүтән ерҙә ер тетрәүе — шуға асыҡ миҫал. Ошолар тураһында ишеткәндә, күптәр ундай ҡурҡыныс хәлдәр әлдә беҙҙә юҡ тип шөкөр ҡылалыр. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Башҡортостанда, дөрөҫөрәге, Ҡырмыҫҡалы районында ла сәйер күренеш теркәлде – көтмәгәндә ерҙең убылыуы хаҡында ишетеп, тәндәр сымырҙап китте.
Шунда уҡ күҙ алдына баҫыуҙы иңләгән урып-йыйыу комбайндары, иген тейәлгән йөк машиналары, ҡыҫҡаһы, күптән түгел ҡыҙыу барған ураҡ барышы килеп баҫты. Бәхеткә күрә, ярай әле бында ҡыр эштәре тамамланған булған. Әгәр был урынға көнбағыш йәки сөгөлдөр кеүек һуң өлгөрә торған культуралар сәселгән булһа...
Белеүемсә, Ҡырмыҫҡалыла ер беренсе тапҡыр убылмай. Мәсьәләгә әҙме-күпме асыҡлыҡ индереү маҡсатында, райондың Иҫке Бәпес ауылы хакимиәте башлығы Нурия ИШТУҒАНОВАға шылтыраттыҡ.
– Ер убылыу кеүек ҡырҡыныс күренеш беҙҙә йыш күҙәтелә, – тине Нурия Хәсән ҡыҙы. – Һуңғы тапҡыр быға йыл ярым элек шаһит булдыҡ. Ғәҙәти күренеш тимәһәм дә, халыҡтың уны тыныс ҡабул итеүен беләм. Ҡарлыманбаш менән Иҫке Бәпес ауылдары араһында иркен арыш баҫыуы бар ине, шунда тәрәнлеге 20 метрға яҡын хәтәр тәрән соҡор барлыҡҡа килгән. Артыҡ ҡыҙыҡһыныусылар уны барып ҡарау ғына түгел, аҫҡа төшөп тә әйләнә. Геологтар аңлатыуынса, ер аҫта бушлыҡ барлыҡҡа килеү сәбәпле убылған. Беҙ ул урынды тиҙ үк кәртәләп ҡуйҙыҡ, хәҙер ҡурҡыныс янамай.
И. МӨХӘМӘТОВ.