Һыйышып йәшәүгә ни етә!25.10.2012
Баш ҡалабыҙ Өфөлә беренсе тапҡыр Волга буйы федераль округының Бөтә Рәсәй Азербайжан конгресы йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәләре етәкселәренең ултырышы үтте. Унда Киров, Түбәнге Новгород, Пенза, Һамар, Һарытау өлкәләренән, Мари Иле, Мордва, Татарстан республикаларынан вәкилдәр ҡатнашты.

Әлеге сарала азербайжандарҙың Рәсәй йәмғиәтендә тотҡан урыны, төбәктәге халыҡ-ара берҙәмлек, Рәсәйҙең башҡа милли йәмәғәт ойошмалары менән үҙ-ара мөнәсәбәте кеүек мәсьәләләр тикшерелде. Бынан тыш, конгрестың төбәк бүлексәләренең эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды.
Башҡортостанда азербайжандарҙың йәмәғәт ойошмаһы 2002 йылдан бирле эшләй. Бөгөн беҙҙә 25 меңгә яҡын азербайжан йәшәй, һуңғы туғыҙ ай эсендә генә уларҙың һаны тағы алты меңгә артҡан. "Башҡортостан иҡтисади яҡтан күптәрҙе үҙенә ылыҡтыра", – тип белдерҙе Бөтә Рәсәй Азербайжан конгресы йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Мирза Дадашов.
– Милләттәштәребеҙҙең Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә нисек йәшәүе, төбәктең йәмәғәт һәм мәҙәни тормошонда нисек ҡатнашыуы тураһында һәр саҡ ҡыҙыҡһынып торабыҙ, – тине Бөтә Рәсәй Азербайжан конгресының генераль секретары Микаил Гусейнов. – Ошондай осрашыуҙар Рәсәйҙең күп төбәктәрендә үтте, урындағы бүлексәләрҙең эшмәкәрлегенә баһа ла бирҙек. Башҡортостандың милләт-ара, конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүҙә быуаттар буйы тупланған ҙур тәжрибәһе бар, ә был тыныс һыйышып йәшәү өсөн үтә мөһим.
С. ҒӘЛИМЙӘНОВ.


Вернуться назад