Бына алтынсы йыл инде бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өҫтәмә ярҙам саралары һәм гарантиялар вәғәҙә иткән закон буйынса йәшәй.
2006 йылдың 29 декабрендә ҡабул ителгән мөһим документта граждандарҙың 2007 йылдың 1 ғинуарынан һуң икенсе, өсөнсө йәки артабанғы балалары тыуыуына (уллыҡҡа алыуына) бәйле дәүләт ярҙамының өҫтәмә сараларына хоҡуҡтары нығытылды. Ошо осор эсендә уларҙан республикала 123 меңдән ашыу кеше файҙаланды. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә алдынғылар рәтендә, бары Мәскәүҙән генә ҡалыша.
Йыл һайын әсәлек капиталы күләме инфляция үҫешенә ярашлы үҙгәреш кисерә. Әгәр ғаилә сертификат алып та уны бығаса файҙаланмаған икән, быйыл аҡсаны арттырылған күләмдә алыу хоҡуғына эйә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: унан бары бер тапҡыр ғына файҙаланырға мөмкин. Күптәр был аҡсаны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, торлаҡ кредитын һәм заемын ҡаплауға, тормош сифатын күтәреүгә тотондо. Әсәлек капиталын балаларҙы уҡытыуға, пенсияның тупланма өлөшөнә күсереү мөмкинлеге лә бар.
Оҙаҡламай Рәсәй Дәүләт Думаһында тәүге балалары тыуған ғаиләләргә лә әсәлек капиталы хоҡуғынан файҙаланыу буйынса өр-яңы закон проекты ҡараласаҡ. Әгәр ҙә проект хуплау тапһа, 2013 йылдың 1 ғинуарынан беренсе балалары донъяға килгән ғаиләләр ҙә әсәлек капиталына сертификат аласаҡ. Уның суммаһы икенсе балаға тәғәйенләнгән аҡсанан (408,9 мең) кәмерәк булһа ла (100 мең), йәш ғаиләләр өсөн бик яҡшы бүләк, дәртләндереү сараһы буласағына шик юҡ. Файҙаланыу шарттары ла шулай уҡ. Яңы проект демографик көрсөктән сығыуҙа ышаныслы ярҙамсы була алырмы, уныһын ваҡыт күрһәтер.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.