Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!25.10.2012
Хөрмәтле мосолмандар!
Һеҙҙе изге Ҡорбан байрамы менән ихлас ҡотлайым!


Быуаттар буйы исламдың юғары әхлаҡи идеалдарын тормошҡа ашырып, был байрам яҡыныңа шәфҡәтлелекте һәм миһырбанлыҡты кәүҙәләндерә. Мохтаждарға ярҙам итергә өйрәтә, изге эштәр ҡылыу зарурлығы хаҡында иҫкәртә.
Ошо мәңгелек ҡиммәттәр бөтә милләт һәм дин кешеләренә яҡын, аңлайышлы. Республикала хәйриәлек әүҙем тергеҙелә. Йәш быуында ватансылыҡ һәм әхлаҡ тәрбиәләүгә, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға ҙур иғтибар бирелә.
Башҡортостандағы традицион конфессиялар вәкилдәренең тырышлығы артабан да халыҡтар араһындағы татыулыҡты һәм тыныслыҡты нығытыуға, конфессия-ара диалогты үҫтереүгә, тыуған республиканың һәм бөтә илдең сәскә атыуына йүнәлтелер, тип ышанам. Һеҙгә, туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, бәхет һәм именлек теләйем! Изге байрам мөбәрәк булһын!
Башҡортостан Республикаһы
Президенты Р. Хәмитов.


Вернуться назад