Әле һүҙ бараһы әҫәрҙең исеме үтә лә тәрән мәғәнәгә эйә. Был йәһәттән беҙ уны хатта башҡорт тарихына инеп ҡалған ҡиммәтле яҙма ҡомартҡылар – шәжәрәләр рәтенә ҡуйып ҡарау яғындабыҙ. Ул үҙендә һүрәтләнгән ваҡиғалар осоро менән, бер яҡтан, беҙгә ҡарағанда теүәл бер быуатҡа яҡын торһа, икенсе яҡтан, шул ваҡиғаларға бынан бер быуат алда шаһитлыҡ итә. Шулай итеп, ике быуат арауығындағы дәүерҙе бәйләп тора. Шуның менән әҫәр үҙендә күрһәтелгән ваҡиғаларҙың рухын тотош йөҙ йылға беҙгә яҡынайта, уларҙың аныҡлығына ышанысты көсәйтә. Ни тиһәң дә, автор халыҡ хәтере һандығындағы байлыҡты сағыштырмаса эҫе мәлендә бынан бер быуат элек барлап, тикшереп сыҡҡан. Уға шул ваҡиғаларға арналған риүәйәттәрҙең, йырҙарҙың йылыһы тағы ла нығыраҡ бөркөлөп тороуына бөгөн дә шик юҡ. Ул шул Ватан ҡаһармандарының икенсе быуыны үҙҙәре тере хәтер булған саҡ. Шуның менән беҙ һүҙ башлап торған әҫәрҙең ҡиммәте тағы ла арта төшә. Шул уҡ ваҡытта ул, беҙҙеңсә, ошо темаға арналған үҙ осоро өсөн берҙән-бер яҙма әҫәр.
Әле быларҙың барыһы ла 1912 йылда донъя күргән “Ватан ҡаһармандары” исемле драмаға ҡарата әйтелә. Авторы — әҙәбиәтебеҙ тарихында үҙенә билдәле бер урынды биләгән башҡорт яҙыусыһы Фазыл Туйкин. Ул 1888–1938 йылдарҙа йәшәгән. Уның хикәйәләренән, шиғырҙарынан башҡа йәнә бер драма әҫәре беҙҙең көндәргә килеп еткән. Шулай итеп, “Ватан ҡаһармандары” – уның ике пьесаһының береһе. Ул үҙе әҫәренә ремарка рәүешендә биргән баш һүҙендә: “Бөйөк Ватан мөхарәбәһенә йөҙ йыл тулыу мөнәсәбәте илә бабаларыбыҙҙың Ватан өсөн күрһәткән фиданлыҡтары шәрәфенә”, — тип яҙа.
Белеүебеҙсә, 1912 йылда 1812 йылғы Ватан һуғышына 100 йыл тулыу киң билдәләнә. Әле беҙ бары халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловтың Ғәбит сәсәнгә бәйле шул хаҡта иҫкә алып китеүенә генә һылтаныу менән сикләнәбеҙ. Ул, Наполеон һуғышында еңеүгә 100 йыл тулыу айҡанлы, 1912 йылдың 26 авгусында Ырымбурҙа ҙур туй уҙғарылыуы тураһында иҫкә ала. “Шул туйҙа башҡорттар бик күп булды. Ата-бабаларҙың яу кейемдәрен кейеп, ат уйнатып барғандары өсөн батшанан ҡотлау һүҙҙәре алдылар. Шул туйға әҙерлек барғанда, Ырымбур өйәҙе Бөрйән улусының Яҡшембәт ауылы кешеләре Байтүрә, Фәттәх Сәлтәшевтәр менән Ғәзизйән Шәриповтар алдынғылыҡты алып, миҙал менән бүләкләнгәйне”, — тип яҙа.
Күренеүенсә, 1812 йылда Бөйөк Ватан һуғышына 100 йыл тулыу айҡанлы байрамға алдан уҡ ҙур әҙерлек алып барылған, хатта ихласлыҡ күрһәтеүселәр миҙал менән бүләкләнгән. Байрам көнөндә, 26 августа иһә, Мөхәмәтша Буранғолов яҙғанса, “Губернатор бәйгеһе” исемле ҙур туй ойошторолған. Шунда 50-60-лаған ҡурайсы араһында Ғәбит сәсән беренселекте алған. Тимәк, ҡурайсылар бөтә Башҡортостандан йыйылған була. Башҡорттар 1812 йылда дошманға ҡаршы дәррәү күтәрелгән һымаҡ, йөҙ йылдан һуң да Еңеү байрамында үҙҙәрен күрһәтә ала. “Ватан ҡаһармандары” драмаһы шундай күтәренкелек шарттарында яҙылған булыуына шик юҡ. Унда полк-полк булып тупланып, француздарға ҡаршы һуғышта Парижға ҡәҙәр яу юлы үткән башҡорт һыбайлыларының рухы аңҡып тора.
Әлбиттә, драматик әҫәрҙәргә бөгөн ҡуйылған талаптар күҙлегенән пьесаның үҙ ваҡытына хас кәмселектәрен күрмәү мөмкин түгел. Шуның менән бергә уның башҡорт драматургияһы тарихы юл башында ятҡан әҫәрҙәрҙең береһе икәнлеген дә иҫтә тотоу кәрәктер. Бында беҙҙең өсөн шундай юғары патриотик рухтағы пьесаның ижад ителеү ваҡиғаһы ла ҡиммәт. Беҙ инде 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорттарҙың ҡатнашыуы хаҡында риүәйәттәр, йырҙар аша ғына түгел, яҙма әҙәбиәт аша ла уй йөрөтөү мөмкинлеге алабыҙ. Алда әйтелгәнсә, ул тотош бер быуатҡа беҙҙе шул көндәргә яҡынайта. Үҙебеҙҙең 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында немец-фашист ғәскәрҙәрен Еңеүҙең 65 йыллығын бөтә халыҡ байрамы рәүешендә билдәләп үтеү көндәренең шаһиты була алыуыбыҙҙы күҙ уңында тотҡанда, һүҙ барған драма авторының үҙе һүрәтләгән ваҡиғалар һулышын ни ҡәҙәр асыҡ тоя алыуы, шул көндәр хәтирәләрен ни дәрәжәлә үҙ итеүе хаҡында фекер итеү ауыр түгел. Мөхәмәтша Буранғолов – Ғәбит сәсән һымаҡ, үҙе яҙғанса, “Бөйөк Ватан мөхарәбәһенә йөҙ йыл тулыу мөнәсәбәте илә” уҙғарылған “ҙур туйҙың” шаһиты булған берәүҙер. Был хәл “Ватан ҡаһармандары” драмаһына ҡарата беҙҙең уй-фекеребеҙҙе нығытыуға ныҡлы нигеҙ була ала.
Драматург үҙ әҫәрен тарихи пьеса тип күрһәтә, ваҡиға бер ауылда бара, тип аңлатма бирә. Драма бер ғаиләлә көтөлгән ҡыҙ әйттереү ваҡиғаһы менән башланып китә. Унда шунан башҡа ниндәйҙер драматик хәлдең килеп тыуыу мөмкинлеге юҡ һымаҡ, ҡәҙимге ауыл кешеләренең көнкүреше. Был йәһәттән драматургтың үҙ геройҙарын яҡшы белгәнлеге, шул тормошҡа яҡын торғанлығы аңлашыла.
Әлбиттә, XXI быуат башы йәштәре өсөн пьесалағы көнкүреш шул саҡтағы милли тормоштоң этнографик йәһәттән тергеҙелеүе рәүешендә ҡабул ителеү мөмкинлеге һис тә ғәжәп түгел. Улар өсөн үткәндең бер көҙгөһө генә. Шул сәбәпле ҡайһы бер нәмәләрҙе был күҙлектән аңлап етмәүе, күреп еткермәүе лә бар. Ә бына бөгөн Бөйөк Ватан һуғышын үҙ башынан кисергән быуын өсөн драманың нигеҙендә ятҡан тормош шарттары үтә таныш. Шул йәһәттән алыҫ 1812 йылғы Ватан һуғышы көндәре менән быуаттан ашыу ваҡыттан һуң 1941–1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышы осоро бергә килеп ҡушыла, шуның менән милли тормоштоң этник асылы үҙенең сағыу билдәләренә тоғро ҡалғандай була. Был әҫәрҙең беренсе шаршауынан уҡ асыҡ сағылышын таба.
Әйтелгәненсә, пьесала драматизм ҡыҙ әйттереү ваҡиғаһына бәйле ҡуйырып китер һымаҡ. Ул ике дуҫ егет араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәт тирәһендә килеп тыуғандай. Береһе, ата-әсәһе риза булыуға ҡарамаҫтан, үҙ дуҫына һеңлеһен биреүгә ҡаршы. Ошо хәл тыныс ҡына көн итеп ятҡан икенсе яҡ өсөн көтөлмәгән бер психологик ситуация килтереп тыуҙыра. Әммә пьесала был төйөн көтөлмәгәнсә беренсе шаршауҙа уҡ сиселә. Шулай итеп, драматург әҫәр башында уҡ уның нигеҙенә үҙе һалған интриганы шундуҡ ябып та ҡуйғандай. Ике яҡтың да малы теүәл: ике дуҫ береһе кейәү, икенсеһе ҡайнаға булып ҡул бирешә, эш туйҙа ғына ҡала.
Беҙ алда һүҙ барған драмаға театр сәнғәтенең бөгөнгө көн юғарылығынан тороп ниндәйҙер талаптар ҡуйырға йыйынмауыбыҙ хаҡында иҫкәрткәйнек инде. Бында беҙҙе иң элек уның рухи асылы ҡыҙыҡһындыра.
Был йәһәттән “Ватан ҡаһармандары” пьесаһында тәүге шаршауҙа төп тема булыр һымаҡ тойолған ҡыҙ йәрәшеү драмаһының икенсе шаршауҙа ҡапыл ғына өҙөлөп, әҫәрҙең бөтөнләй яңы йүнәлеш алыуы үтә фәһемле. Ул – бөгөнгө уҡыусы өсөн дә таныш мотив. Хәҙер инде оло быуын, Бөйөк Ватан һуғышы алды йәштәре өсөн иһә ул — үҙ ғүмеренең онотолмаҫ бер мәле. Улар ҙа бит дошмандың илгә баҫып инеүен шундай уҡ хис менән ҡабул итте, үҙенең бөгөндән ҡулына ҡорал алып, үҙ Ватаны хаҡына баҫҡынсылар менән алышҡа әҙер икәнен белдерҙе. Ошо хис-тойғо быуаттар һуҙымында этнос менталитетының мөһим бер компоненты булып үҫеп, быуаттан быуатҡа, быуындан быуынға күсә килә, тәрәнәйә. Шул сәбәпле, бынан йөҙ йыл алда яҙылған әҫәрҙә унан шундай уҡ йөҙ йыл алда һүрәтләнгән ваҡиғаларҙың ХХ быуат уртаһы башҡорт тормошо өсөн дә таныш күренеш булыуы үтә тәбиғи. Шул ваҡыт Мәжит Ғафуриҙың “Мин – ватансы” шиғыры хәтергә килә:
“Сикһеҙ ватансы мин,
Совет иле
Булыу шарты менән ул Ватан...”
Беҙҙеңсә, бына ошо хис быуаттарҙы быуаттарға, быуындарҙы быуындарға бәйләп, йөҙ йылдан ашыу ваҡыт айырып ятҡан ике Ватан һуғышы рухын бер епкә теҙә, бер бөтөн яһай. Совет илен үҙ Ватаны итеп таныған халыҡтың “Ватан ҡаһармандары” драмаһында ла Рәсәй дәүләтен шундай уҡ тоғролоҡ менән яҡларға әҙер тороуы тәрән мәғәнәгә эйә. Уның төбөндә бер үк рух, ватансылыҡ тойғоһо ята. Был аң-зиһен аңлы һәм аңһыҙ рәүештә хәҙер инде этностың милли үҙаңының айырылғыһыҙ бер үҙенсәлегенә, уның менталитетының мөһим бер компонентына әүерелгән. Ул, үҙенең башҡортлоғо хаҡына күпме ғүмер утҡа-һыуға ингән һымаҡ, бер саҡ килеп үҙ Ватаны итеп таныған Рәсәй өсөн дә шундай уҡ ҡаһарманлыҡҡа әҙер. Ул үҙенең милли мәнфәғәтен үлеп яҡлағанда ла, уны тотош Рәсәй мәнфәғәтенә ҡаршы ҡуйыу юлынан китмәгән. Ул Рәсәй мәнфәғәттәре сиктәрендә үҙ мәнфәғәтен яҡланы, бергә ҡушылған осорҙағы шарттарҙың теүәл үтәлеүе өсөн ҡан түкте, үҙенең һәр аҙымында шуны иҫкә төшөрөп торҙо.
Ошолай фекер иткәндә, М. Ғафури ХХ быуаттың тәүге сирегендә үҙен совет иленең сикһеҙ ватансыһы итеп танытҡан һымаҡ, XIX быуат башында “Ватан ҡаһармандары” геройҙарының да үҙҙәрен шундай уҡ ватансы итеп хис итеүҙәренең бер үк рухи сығанаҡҡа ҡайтып ҡалыуын аңлауы ҡыйын түгел. Ватан төшөнсәһе ике осраҡта ла бер үк дәрәжәләге рухи ҡиммәт. Батша Рәсәйе осоронда ла, совет дәүерендә лә.
“Ватан ҡаһармандары” пьесаһының идея-эстетик нигеҙендә был төп мотив әҫәргә икенсе шаршауҙа килеп инә. Ул Миңлекәй исемле персонаждың сәхнәлә күренеүе менән башлана. Шунан алда ғына Солтанҡай, Ноғман һәм Төхби Ноғман, Солтанҡайға һеңлеһе Бибикамалды бирергә ризалашҡандан һуң, ҡайҙалыр барып байрамса күңел асып ултырырға була. Шуны ла әйтеп үтеү мөһимдер: драматург әҫәрендә үҙ геройҙары йәшәгән мөхиткә этнографик йәһәттән тоғролоҡ һаҡларға тырыша. Уларҙың интеллектын шул шарттарға ярашлы итеп һүрәтләү өсөн кәрәк тип уйланыла. Ғәмәлдә ул шулай килеп сыға ла һымаҡ.
(Дауамы бар).Зиннур НУРҒӘЛИН,
филология фәндәре докторы,
тарих фәндәре кандидаты,
БФАН-дың почетлы академигы.