Күпме һылтау эҙләргә була?25.10.2012
Ағиҙел ҡалаһындағы почта бүлексәһенең Краснокама районына ҡарауы оҙаҡ йылдар ҡала етәкселеген матбуғатҡа яҙылыу барышында ел-ямғырҙан һаҡлап килде, сөнки гәзит-журналдарға яҙылыу күләме өсөн һәр саҡ урындағы хакимиәт яуап тотто.

Бөгөн Ағиҙел почта бүлексәһе Нефтекама ҡарамағына күсерелһә лә, хәл үҙгәрмәне. Почта хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, ҡалала “Башҡортостан”ды ни бары — 21, “Кызыл таң” гәзитен 14 дана алдыралар.
Бында башҡорт, татар балалары өсөн дә гәзит-журналдарға яҙылыу бик һүлпән бара. Ағиҙел ҡалаһындағы башҡорт гимназияһы директоры Гөлфиә Динисламова тырышлығы арҡаһында ғына башҡорт баҫмаларына яҙылыу һүнмәй, быйыл да был уҡыу йорто коллективы “Башҡортостан” гәзитенә берҙәм яҙылды. Гөлфиә Әлфәт ҡыҙы ҡала башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе булараҡ та ҙур эш башҡара.
Тураһын ғына әйткәндә, милли матбуғат ҡалала оҙаҡ йылдар ситкә тибелә килә. Республикабыҙҙың башҡа район, ҡалаларында матбуғатҡа яҙылыу төрлө юҫыҡта хәл ителһә, бында, киреһенсә, яҙылмау даими күренешкә әүерелгән. Ағиҙелдә был мөһим эшкә бармаҡ аша ҡарамаһалар, милли гәзиттәргә яҙылыу күрһәткесе кәмемәҫ ине.
Шуныһы асыҡ: бөгөн һәр төбәктә башҡорт, татар телдәрендә донъя күргән гәзиттәрҙе халыҡ яратып уҡый, алдыра һәм тарата. Ә Ағиҙел ҡалаһында урыҫ телендә сыҡҡан “Огни Агидели” гәзитенән башҡа баҫма юҡ. Шуныһын да әйтергә кәрәк: бында быйыл гәзит-журналдар менән һатыу итеүсе берҙән-бер “Роспечать” киоскыһы ла бөтөрөлдө. Матбуғат баҫмаларын фәҡәт ҡала үҙәгендәге “Бәхетле” магазинында күрергә була, унда ла бары Мәскәүҙекеләр генә…
Тағы ла нығыраҡ хафаға һалғаны шул: ҡалала балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әсә телендә нәшер ителгән гәзит-журналдар юҡ. Ә бит уҡыусыларҙың төп өлөшө — татар һәм башҡорт балалары...
Мәктәптәрҙә республика баҫмаларына яҙылыу йылдан-йыл һүлпәнәйә бара. Ошо хәлгә борсолоп, ҡала хакимиәте етәкселәренә мөрәжәғәт иткәйнек. Ләкин улар, аҡса юҡлыҡҡа һылтанып, мәсьәләне хәл итеүҙән баш тартты.
Әгәр милли матбуғатҡа һалҡын ҡараш үҙгәрмәһә, киләсәктә Ағиҙелдең зат-нәҫелен белмәүселәр ҡалаһына әүерелеүе бик мөмкин. Үҙ телеңдә әкиәттәр уҡымаһаң, халҡыңдың гүзәл йолалары менән танышмаһаң, йыр-моңон, мәҙәниәтен һанға һуҡмаһаң, нисек милләтте һаҡлап ҡалып булһын?! Икенсе яҡтан, бала кескәйҙән үҙ телендә уҡып үҫһә генә ысын мәғәнәһендә тыуған төйәген һөйгән юғары рухлы шәхескә әүерелә. Уҙған быуаттың һикһәненсе йылдары башында Башҡортостандың әллә күпме районынан килеп ҡалаға нигеҙ һалған төрлө милләт халҡы, уларҙың балалары, ейәндәре туған телен онотоп, бер генә телдә һөйләшә башлаһа, хәл ниндәй хәүефле булыр ине. Әйтергә кәрәк, һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Ағиҙелдә урындағы халыҡтың 41,7 процентын — башҡорт, 35,7-һен — татар, 14,8 процентын урыҫ милләте тәшкил итә. Ил һәм республика етәкселеге, бөтә йәмәғәт ойошмалары туған телдәрҙе тергеҙеү, милли мөхитте үҫтереүгә иғтибарҙы арттырғанда, Ағиҙел ҡала хакимиәтенең оҙаҡ йылдар милли матбуғатты таратыуға төрлө һылтау-аҡланыуҙар менән ҙур йоҙаҡ элеп ҡуйыуы үтә лә ҡыҙғаныс хәл.
Марат МОРАТОВ
Ағиҙел ҡалаһы.


Вернуться назад