Йыһан буйлап25.10.2012
Өсөнсө булабыҙ

2025 йылда мосолмандар бүтән диндәр араһында һаны буйынса донъяла өсөнсө урынға күтәреләсәк, тип фаразлай демографтар. Әле улар 1,8 миллиард тирәһе иҫәпләнә.
Күҙәтеүҙәр күрһәтеүенсә, әле ҙур ҡалаларҙа йәшәгән бай мосолмандар ғаиләләре менән донъя буйлап сәйәхәт итеүҙе хуп күрә. Ҡайҙа барһалар ҙа, ислам ҡануны талап иткән ҡунаҡханаларҙы, ресторандарҙы табырға тырышалар икән. Тимәк, мосолмандарҙың артыуы тәү сиратта хәләл урындарҙың күбәйеүенә килтерәсәк.

Яулыҡ ҡамасауларға тейеш түгел

Мосолман кейеме буйынса тағы ла бер янъял ҡупҡан. Ставрополдәге бер мәктәптең директоры мосолман ҡыҙҙарының дәрескә яулыҡ ябынып килеүенә ҡаршы сыҡҡан.
Һөҙөмтәлә ата-әсә һәм төбәктең мөфтөйө прокуратураға мөрәжәғәт иткән. Халыҡ, икегә бүленеп, төрлө фекерҙе яҡлап сыҡҡан.
Был хәлгә “Рәсәйҙең мәғарифы тураһында”ғы Закон проектын ҡарауҙың тәүге ултырышында илдең мәғариф һәм фән министры Дмитрий Ливанов та үҙ ҡарашын белдергән. Уның фекеренсә, ҡыҙҙарҙың яулыҡта йөрөүе мәктәп ҡағиҙәләренә, дөйөм нормаларға ҡаршы килмәй.

Хәрбиҙәр Ҡөрьәнде өйрәнерме?

Төркиәнең Мәғариф министрлығында илдәге хәрби училищеларҙың уҡыу программаһына Ҡөрьәнде һәм Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тормош юлын өйрәнеү дәрестәрен индереү буйынса эш бара.
Әлбиттә, тәү сиратта йәмғиәттең фекере тыңланасаҡ. Мәғариф өлкәһе вәкилдәре лә үҙ һүҙен әйтәсәк. Был башланғыстың ҡайһы бер партиялар тарафынан тәнҡиткә эләгеү ихтималлығы ла бар, ти белгестәр.
Ошо көндәрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин иһә һәр төбәккә берҙәм өлгөләге мәктәп формаһын әҙерләргә тәҡдим итте. Дәүләт Думаһы был башланғысты хупланы.

Музей төҙөмәкселәр

Ҡытайҙың Ганьсу провинцияһының Линься-Хуэйск автономиялы округында Ҡөрьән музейы төҙөү ҡарала.
Унда изге китаптың иң һирәк һәм боронғо даналары һаҡланасаҡ. Уларҙы яҡшы торошта тотоу өсөн алдынғы технологияларҙы ҡулланмаҡсылар. Шуны әйтеп үтергә кәрәк: былтыр Ганьсу провинцияһында Ҡөрьәндең Сәмәрҡәнд ҡағыҙынан эшләнгән ғәрәп телендәге 536 битлек боронғо ҡулъяҙмаһы табылғайны. Ҡытай, Бөйөк Британия, Япония белгестәренең фекеренсә, был яҙмалар IX һәм XI быуаттар араһында яҙылған.

Мөхәммәттәр арта

Әлеге ваҡытта Бөйөк Британияла иң таралған исем — Мөхәммәт.
Быны, беренсенән, илдә мосолмандарҙың күбәйә барыуы менән аңлаталар. Икенсенән, профессиональ атлет Му (Мөхәммәт) Фәрәх Лондонда үткән Олимпия уйындарында ике алтын миҙал алғандан һуң сабыйына был исемде ҡушыусылар артты, тигән фекер ҙә бар.


Вернуться назад