Иманға юл25.10.2012
Быйыл мәктәптәрҙә “Дини мәҙәниәттәр һәм донъяуи этика нигеҙҙәре” тигән яңы предмет уҡытыла башланы. Унда алты йүнәлеш — ислам, православие, йәһүд, буддизм, дини мәҙәниәттәр, донъяуи этика нигеҙҙәре — буйынса белем бирелә.
Республиканың Мәғариф министрлығында әйтеүҙәренсә, был предметты 43 меңдән ашыу IV класс уҡыусыһы өйрәнә. Уҡыу йылы башланғанға ҡәҙәр педагогтарға махсус курс ойошторолған, ата-әсәнән ғаризалар ҡабул ителгән. Предметты өйрәтеүгә ҡаршы сыҡҡан кеше булмаған. Барлыҡ уҡыу йорто дәреслектәр менән тәьмин ителгән. Педагогтар менән артабан да ныҡлы бәйләнеш алып барыласаҡ, төрлө конференция, семинар, “түңәрәк өҫтәл”дәр ойоштороласаҡ, тиҙәр министрлыҡта.

Мәрйәм БУРАҠАЕВА, яҙыусы:
— Элек-электән һәр халыҡ киләсәк быуынға матур тәрбиә бирергә, яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырып өйрәтергә ынтылған һәм ошо маҡсатын тормошҡа ашырыу өсөн үҙенең тәрбиә ҡанундарын булдырған. Ул — халыҡ педагогикаһы. Илебеҙ мәктәптәрендә ошо ҡиммәтле байлыҡ файҙаланылманы. Ғөмүмән, уҡыу йорттарында тәрбиәгә түгел, ә фәҡәт белем биреүгә иғтибар нығыраҡ бүленде.
Республика мәктәптәрендә бынан 20 йыл элек уҡытыла башлаған “Башҡорт мәҙәниәте. Тормош һабаҡтары” предметы кеүек үк, “Дини мәҙәниәттәр һәм донъяуи этика нигеҙҙәре” балала әҙәп, әхлаҡ төшөнсәләрен тәрбиәләү маҡсатын күҙ уңында тота. Сәләмәт рухлы кеше генә йәмғиәтебеҙ, халҡыбыҙ өсөн ниҙер эшләй, уның алға китешенә тос өлөш индерә һәм белемен маҡсатлы ҡуллана алыуы билдәле. “Ислам мәҙәниәте нигеҙҙәре”н алып барған уҡытыусыларға “Башҡорт мәҙәниәте. Тормош һабаҡтары” дәреслектәренән файҙаланырға тәҡдим итәм. Халҡыбыҙҙың бай ижадының төрлө жанрҙары буйынса дәрес өлгөләре, башҡорт этнопедагогикаһы менән шөғөлләнгән ғалимдарыбыҙҙың хеҙмәттәре педагогтарҙың ҡул осонда булһын ине.

Иршат ХИСМӘТУЛЛИН, ике бала атаһы, Межгорье ҡалаһы:
— Мәктәп программаһына дин дәрестәрен индереүгә ыңғай ҡараштамын. Ниһайәт, власть йәмғиәтте тотошлай “ғалим” итеүҙең дөрөҫ түгеллеген аңланы. “Уҡыһын, кеше булһын” тип, баланың ҡылығына, уй-хисенә иғтибар ҙа итмәй башлағайнылар. Экстремизм күренештәренең йышайыуына ана шулай нигеҙ һалынды. “Һуң булһа ла, уң булһын” ти халыҡ. Башланғыстың уңышлы булырына ышанайыҡ.
Әлбиттә, беҙҙең быуын да тәрбиәһеҙ булып үҫмәне. Бында октябрят, пионер, комсомол рухының көсө ҙур булғандыр, тип уйлайым. Хәҙер иһә бындай ойошмалар юҡ. Был йәһәттән дин дәрестәренең әһәмиәте ҙур буласаҡ. Әммә, минеңсә, уларҙың бер генә класта һәм аҙнаһына тик бер тапҡыр үткәрелеүе аҙ.

Рузанна НУРИЕВА, Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы:
— Класыбыҙ менән “Ислам мәҙәниәте нигеҙҙәре”н өйрәнәбеҙ. Ул үҙемә лә, балаларға ла бик оҡшай. Күп һорау бирәләр, ҡыҙыҡһыналар. Ата-әсә лә яңы предметты хуплап ҡаршы алды. Әммә дәреслектәрҙең урыҫ телендә булыуы эшкә бер аҙ ҡатмарлылыҡ өҫтәй.


Вернуться назад