Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:Бисмилләһир-рахмәнир-рәхим!
Әс-сәләмү ғәләйкүм үә рахмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ!Дин Исламда ғәзиз ҡәрҙәштәрем, ватандаштарым, замандаштарым! Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты һәм уның мәхәлләләре исеменән һеҙҙе Ибраһим ғәләйһис-сәләм ваҡытынан беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән ошо оло, бөйөк байрам менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Аллаһы Тәғәлә изге Ҡөрьән Кәримдә “Раббыңдың ризалығы өсөн намаҙ уҡы һәм ҡорбан сал”, — тип бойора. Аллаһы Тәғәләнең ризалығын өмөт итеп ҡорбан салыу Зөлхизә айының 10-сы, 11-се, 12-се көндәрендә башҡарыла.
Салған ҡорбандарыбыҙ ҡан ҡойоу түгел, ә Аллаһы Тәғәләнең биргән ниғмәттәренә шөкөр итеү, йыл буйына ҡылған гонаһтарыбыҙҙың юйылыуына сәбәп, фәҡир мөьмин-мосолманға ярҙам ҡулы һуҙыу.
Байрам — ул донъя именлегенә һөйөнөү, иман яңыртыу, игелекле ғәмәлдәрҙе ишәйтеү, ишәйтергә өйрәнеү көндәре. Аллаһы Раббыбыҙ һәммәбеҙгә лә тәүфиҡ-истиҡәмәт биреп, ҡушҡандарҙы үтәп, тыйғандарынан тыйылып йәшәүебеҙҙе насип итһә ине. Рәсәй һәм ғәзиз Башҡортостаныбыҙҙың киләсәген яҡты һәм нурлы, ғаиләләребеҙҙең бәхетле, көндәребеҙҙең тыныс булыуын күреп ғүмер итергә яҙһын.
Мөбәрәк Зөлхизә айы — хаж ҡылыу мәле. Хаж — ул Ислам диненең бишенсе нигеҙе. Ошо көндәрҙә Ер йөҙөндә йәшәгән бер миллиард ярым мосолмандың вәкиле булып, йөҙләгән милләттән бер нисә миллион мосолман изге Ҡәғбәтулла янында хаж ғибәҙәтен үтәй. Аллаһы Тәғәлә уларҙың сәфәрен еңелдәрҙән итеп, ҡылған хаж ғәмәлен ҡабул ҡылып, Ватанына һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтып, рухи тәрбиә юлында ҙур тырышлыҡ күрһәтергә насип итһен. Амин.
Донъяла — именлек, араларҙа — татыулыҡ, көндәребеҙҙә тыныслыҡ булһын. Киләһе байрамдарҙы ла шатлыҡ-ҡыуаныс менән ҡаршы алырға насип итһен. Ҡорбан байрамыбыҙ мөбәрәк булһын!