Миһырбанлыҡҡа өндәй25.10.2012
Ҡорбан байрам хажға барыуҙың бер өлөшө булып тора. Ул мосолман ай календары буйынса 12-се айҙың 10-сы көнөндә Мәккә янында үткәрелә. Байрам өс-дүрт көн дауам итә.
Әлбиттә, һәр мосолман, хаж ҡылып, төп байрамда ҡатнаша алмай. Шуға күрә, ислам ҡанундары буйынса, йоланы һәр ерҙә башҡарыу мөмкинлеге бар.
Байрам көндө таң һыҙылыу менән мосолмандар мәсеткә иртәнге доға ҡылырға йыйыла. Йыуынып килеү, яңы һәм таҙа кейемдә булыу мөһим. Доға алдынан ашарға ярамай.
Иртәнге намаҙҙан һуң күмәкләп Аллаға тәҡбир әйтелә, унан мулланың йәки имам-хатибтың вәғәзе тыңлана. Артабан, ғәҙәттә, мосолмандар зыяратҡа үлгәндәрҙең рухына аят уҡырға бара. Ҡайтҡас, ҡорбан салыу йолаһы башҡарыла.
Байрамда хәйер биреү, туғандарыңа, яҡындарыңа бүләк тапшырыу, күрешеү, ғәфү итеү кеүек изге эштәр башҡарыла.


Вернуться назад