Мәңгелек һөйөү билдәһе25.10.2012
Мәңгелек һөйөү билдәһеҺиндостандағы Таж Мәхәлде “мосолман сәнғәтенең ынйыһы” тип атайҙар. Ифрат матур архитектура ҡоролмаһы ул. Илдең “йөҙөк ҡашы”на әйләнгән ҡомартҡыны күрер өсөн донъяның төрлө еренән киләләр.

Индуизм дине өҫтөнлөк иткән Һиндостанда бындай ҡоролма нисек барлыҡҡа килгән? Тарихҡа күҙ һалайыҡ. Бер нисә быуат элек оҙаҡ ҡына ваҡыт Һиндостанға мосолмандар хакимлыҡ иткән. Батшаларҙың береһе Шаһ Джахандың 1629 йылда һөйөклө ҡатыны Мумтаз Мәхәл баҡыйлыҡҡа күсә. Батша ҡайғыны бик ауыр кисерә. Хәләл ефетен онота алмай. Тора-бара Шаһ Джаханға шундай уй килә: һөйөклөһөнөң ҡабатланмаҫ гүзәллеген сағылдырған ҡомартҡы ҡалдырырға кәрәк! Ошо теләк менән батша оҫталарға мөрәжәғәт итә.
Һөйөү йәдкәре 22 йыл буйы төҙөлә. Зауыҡлы бинаның тышҡы йөҙө — үтә күренмәле мәрмәрҙән. Уға төрлө төҫтәге ваҡ ҡына ҡыйбатлы таштар беркетелгән. Шуға күрә Таж Мәхәл таңда — алһыу, ҡояшлы көндә ап-аҡ нур сәсә, айлы төндә көмөш төҫөнә инә. Мәсеттең эсе лә гүзәллеге менән таң ҡалдыра. Ул фирүзә, йәшмә кеүек ҡыйбатлы таштар менән биҙәлгән. Тәҙрәләр өҫтөндәге аркаларҙа Ҡөрьәндән 14 сүрә яҙылған.
Таж Мәхәлдең байлығы, сағыулығы хайран ҡалдыра, мосолман хакимының хәләл ефетенә мөхәббәтен ошолай мәңгеләштерә алыуы һоҡландыра.


Вернуться назад