Мосолмандарҙың изге ҡалаһы Мәккә Сәғүд Ғәрәбстаны короллегенең көнбайыш өлөшөндә, Ҡыҙыл диңгеҙҙән 75 саҡрым алыҫлыҡта, бейек булмаған тауҙар араһында, 300 метр бейеклектә урынлашҡан.
Мәккә беҙҙең эраның IV быуатынан алып билдәле. Ундағы Ҡәғбә ғибәҙәтханаһы төрлө мәжүсилек культы юлынан барыусыларҙың табыныу урыны булған.
570 йылда Мәккәлә Мөхәммәт пәйғәмбәр тыуған. Яҡынса 610 йылдарҙа ул үҙенең тәғлимәттәрен тарата башлаған, һөҙөмтәлә яңы дин — ислам барлыҡҡа килгән. Мәҙинәлә йәшәп, аҙаҡ киренән Мәккәгә ҡайтҡан Мөхәммәт пәйғәмбәр 630 йылда Ҡәғбәне төрлө мәжүсилек юлынан барыусыларҙан азат иткән, уны мосолмандарҙың төп ғибәҙәтханаһы тип атаған. Шул ваҡыттан бирле Мәккә ислам диненең үҙәге, барлыҡ мосолмандың изге ҡалаһы һанала. “Ҡөрьән”дә ул “ҡалаларҙың әсәһе” тип аталған.
Бөгөн Мәккә — бер миллиондан ашыу халҡы булған заманса ҡала. Уның бар тормошо Ҡәғбә ғибәҙәтханаһы һәм уның тирәләй төҙөлгән “Харам” мәсете (ғәрәпсә “изге мәсет” тигәнде аңлата) менән бәйле. Был иман йорто Мәккәнең үҙәгендә урынлашҡан. “Харам”дың икенсе исеме — “Тыйылған мәсет”. Унда мосолман булмаған кешеләргә инергә ярамай.
Әйткәндәй, башҡа дин тотҡандарға Мәккәгә юл ябыҡ. Элек бында инергә тырышҡандарҙың ғүмере өҙөлһә, хәҙер был эш штраф йәки илдән ҡыуыу менән сикләнә.
“Харам” мәсетенең майҙаны 309 мең квадрат метрҙы тәшкил итә. Уның 95 метр бейеклек туғыҙ манараһы, дүрт ҡапҡаһы бар. Бинаның эсе заманса йыһазландырылған, ете эскалатор эшләй. Мәсет бер юлы 700 мең кешене һыйҙыра ала.