Дәүләт органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген арттырыуға булышлыҡ иткән өр-яңы технологияларҙы ғәмәлгә индереү — административ реформаны үҫтереүҙә көнүҙәк йүнәлештәрҙең береһе. Мәғлүмәт системаларын ойоштороу һәм сафҡа индереү өлкәһендәге проекттарға экспертиза яһау уларҙы ентекле анализлау, һөҙөмтәлелеген баһалау, әһәмиәтен иҫбатлау, үҫеш стратегияһын билдәләү мөмкинлеген бирә. CIO 100 исемлегенә (CIO Magazine журналы тарафынан йыл һайын төҙөлгән рейтинг) ингән етәкселәрҙең 66 проценты мәғлүмәт системалары проекттарына экспертизаны мотлаҡ үткәрергә кәрәк тигән фекерҙә.
Башҡортостан Республикаһы ведомство-ара һорау ебәреүҙең, республикала дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтеүҙең автоматлаштырылған мәғлүмәт системаларын үҫтереү проектына йәмәғәт экспертизаһы үткәреү башланғысы менән сығыш яһаған тәүге төбәктәрҙең береһе булды.
Әйткәндәй, Рәсәйҙә дәүләт хеҙмәттәренән файҙаланыу ҡағиҙәләре ябайлаштырылды. Быйыл 1 июлдән төбәк һәм муниципаль власть органдарына мөрәжәғәт итеүселәр дәүләт структуралары ҡарамағындағы мәғлүмәттәр буйынса төрлө белешмә ҡағыҙҙары биреүҙән бушатыла. “Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙе ойоштороу тураһында”ғы Федераль законда билдәләнгән был норма 2011 йылдың 1 ноябренән ғәмәлгә индерелгәйне. Система төрлө дәүләт власы органдары араһында үҙ-ара электрон бәйләнеш булдырыу маҡсатында ойошторолдо. Икенсе яҡтан, ул халыҡҡа дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеүҙе ябайлаштырыуға йүнәлтелә. Яңы закон дәүләт хеҙмәтен һорап мөрәжәғәт иткәндә ваҡытты бушҡа сарыф итмәү мөмкинлеге бирә, шул уҡ ваҡытта ниндәй ҙә булһа документ алыу өсөн сиратта тороуҙың кәрәге юҡ.
Башҡортостандың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы бойондороҡһоҙ йәмәғәт ойошмаһына — ил компанияларының мәғлүмәт технологиялары директорҙарын, менеджерҙарын берләштергән Рәсәй ИТ-директорҙар союзына проектҡа экспертиза яһауҙы һорап мөрәжәғәт иткәйне.
Союз эксперттары һығымта әҙерләне. Унда проектҡа юғары баһа бирелгән. Шул уҡ ваҡытта ыңғай яҡтары ла, етешһеҙлектәре лә билдәләнгән. Атап әйткәндә, белгестәрҙең фекеренсә, проекттан Башҡортостан ведомстволарындағы электрон системаларҙың үҙ-ара бәйләнеш форматын яйға һалырға кәрәк. Шулай уҡ халыҡ менән эш итеүҙең уңайлыраҡ алымдары, электрон ҡултамғалар стандарты буйынса тәҡдимдәр әйтелде. Дөйөм алғанда, экспертизаға тәҡдим ителгән проект юғары баһа алды.
Мәғлүмәт технологиялары баҙарында ҡатнашыусыларҙың фекеренсә, әһәмиәтле төбәк проектына йәмәғәт экспертизаһы үткәреү бик мөһим. “Проекттарға йәмәғәт экспертизаһы йәмғиәттең үҫеш кимәле күрһәткесе булып тора”, — тиелә Союздың рәсми белдереүендә.
Башҡортостандың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы электрон хөкүмәт, электрон демократия һәм республикалағы мәғлүмәти йәмғиәтте үҫтереү өлкәһендә күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырғанда йәмәғәт экспертизаһын артабан да файҙаланырға ниәтләй.
“Эксперт Online” дөйөм милли эшлекле
аналитик ресурс сайтындағы материалдар буйынса Башҡортостан Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының матбуғат хеҙмәте әҙерләне.