Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте24.10.2012
Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының артист-вокалисы Амангилдина Римма Зәйнетдин ҡыҙына — “Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы”, Туймазы дәүләт татар драма театры артисы Сидорова Маргарита Евстафьевнаға — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы”, Силәбе өлкәһенең “Башҡорт халыҡ үҙәге” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Кәримов Рәлиф Шәрифйән улына, Ауырғазы районының Әпсәләм ауыл китапханаһы мөдире Мәнәкова Фәнилә Абдулла ҡыҙына, Мәсетле районы хакимиәте мәҙәниәт бүлегенең “Миләшкәй” халыҡ вокаль ансамбле етәксеһе Сизова Валентина Михайловнаға — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре”, Нефтекама автозаводының бүлек начальнигы урынбаҫары Гильбурд Александр Лазаревичҡа, “Уралтехнострой – Туймазы химмаш” йәмғиәтенең электр менән иретеп йәбештереүсеһе Ғиниәтуллин Рәйес Мәүлетйән улына, Белорет рессорҙар һәм пружиналар заводының цех начальнигы Лопухов Вячеслав Геннадьевичҡа, “Буринтех” фәнни-етештереү предприятиеһы генераль директорының беренсе урынбаҫары, баш инженер Ташбулатов Рөстәм Фидаил улына, Нефтекама автозаводындағы цех начальнигы урынбаҫары Фәметдинов Венер Вафа улына, “Буринтех” фәнни-етештереү предприятиеһы токары Хафизов Флорид Даян улына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе”, Баҡалы районының “Сельэнергосервис” йәмғиәте директоры Хәлиуллин Наил Ғиззәт улына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы”, “Альтернатива” компанияһы президенты Исмәғилев Наил Ғәләү улына, Бәләбәй районы хакимиәтенең капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы Моратханова Наталья Леонидовнаға, “Башжилкоммунпроект” проектлау институтының Белорет филиалы директоры Пустовойтова Галина Васильевнаға — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе”, Өфө ҡалаһының “Лифт” инженерлыҡ үҙәге белгесе Зубарев Виктор Васильевичҡа — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре”, Бөрйән урмансылығы етәксеһе Әмиров Рәмил Зиннур улына “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.