Полицияға рәхмәт белдерелде24.10.2012
“Рәсәй почтаһы” предприятиеһы 13 октябрҙә Ҡариҙел районында почта машинаһына һөжүм итеүселәрҙе йылдам асыҡлаған һәм һөнәри оҫталыҡ күрһәткән өсөн Башҡортостандың эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерә.

Был ваҡиғала ике почта хеҙмәткәре яралана. Енәйәтте асыу өсөн республиканың Эске эштәр министрлығында тәжрибәле тәфтишселәрҙән һәм криминалистарҙан торған махсус төркөм ойошторола.
Ҡораллы енәйәтселәрҙе тотоуға ОМОН, СОБР, территориаль эске эштәр органдары, кинологтар хеҙмәте һәм махсус тәғәйенләнештәге авиаотряд хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителә. Махсус операциялар республиканың бер нисә районында үткәрелә. Һөҙөмтәлә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә енәйәт асыла. Почта машинаһына һөжүм иткәндән һуң ике көн үткәс, тәүге енәйәтселәр ҡулға алына. Уларҙың береһе ҡорал һаҡланған урынды әйтә.
Әле тағы биш кеше һаҡ аҫтына алынған. Улар оҙаҡ ваҡытҡа иркенән мәхрүм ителәсәк.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад