Өфө хакимиәтендә баш ҡала Советы ултырышы булды. Унда хакимиәт башлығы Ирек Ялалов, Өфө ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенко, шулай уҡ депутаттар ҡатнашты.
Көн тәртибенә индерелгән бер нисә мәсьәлә ҡаралды. Докладсыларҙың сығышы һәм тауыш биреү йомғаҡтары буйынса “Өфө бюджеты тураһында”ғы ҡарарға, Йыназа хеҙмәттәрен ойоштороу һәм ҡала биләмәһендәге ерләү урындарын тәртиптә тотоу тураһындағы положениеға, ер һалымын билдәләүгә, кешеләр мөлкәтенә һалым һалыуға ҡағылған документтарға үҙгәрештәр индерергә ҡарар ителде. Депутаттар шулай уҡ “2010—2012 йылдарҙа Өфөләге мәктәпкәсә белем биреү системаһын үҫтереү” айырым маҡсатлы ҡала программаһына йомғаҡ яһаны.
Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов билдәләүенсә, әле ҡалала 200-ҙән ашыу мәктәпкәсә учреждение бар. Балаларҙың 70 проценттан күберәге ошо ойошмаларға йөрөй. Баҡсаларҙың техник базаһы яңыртылды.
— Мәктәпкәсә белем биреүҙе ойоштороуҙың ғаилә тәрбиәһе төркөмдәре кеүек яңы алымдары үҫтерелә. Ошондай учреждениеларҙың шәхси сайттары ғәмәлгә индерелә, биналар заманса техник ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Мәҫәлән, балалар баҡсаларының 55 проценты контроль системаһы менән тәьмин ителгән, йәғни ишектәр пластик карта ярҙамында ғына асыла, — тине Сынтимер Баязитов.
Ғ. ИШЕМҒОЛОВА.