Ситтә ҡалырға ярамай24.10.2012
Милли мәҙәниәт иҫәпкә алынған, ә телдәр тураһында бер ниндәй һүҙ юҡ. Белем учреждениеларының статусы хаҡында ла әйтелмәгән. Аспирантура мәсьәләһе инмәгән...

Ошондай бихисап фекер яңғыраны “Рәсәй мәғарифы тураһында”ғы закон проекты тикшерелгән ултырышта. Унда Рәсәй Дәүләт Думаһының мәғариф буйынса комиссияһы рәйесе Александр Дегтяров, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Фидус Ямалетдинов, мәғариф ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Александр Николаевич бер тәҡдимде лә иғтибарһыҙ ҡалдырманы, фекерҙәрҙе еткереп хат яҙырға тәҡдим итте. Ә проекттың пункттары буйынса һорау, дәғүә, ысынлап та, ифрат күп. Мәҫәлән, инклюзив белем биреү буйынса бәхәс һаман да бара, һәм был мәсьәләгә, төрлө яҡтың фекерен иҫәпкә алып, нөктә ҡуйырға ваҡыт. Балаларҙы туҡландырыу йәһәтенән дә аныҡ ҡарар ҡабул итеү мөһим. Юғары уҡыу йорттары төрлө шарттарҙа эшләргә мәжбүр, ә өҫтән уларға бер үк талап ҡуйыла — ошо мәсьәлә лә иғтибарға алынырға тейеш.
Александр Дегтяровтың фекеренсә, хәҙер мәғариф өлкәһе халыҡ өсөн асыҡ. Белем биреүҙә ниндәйҙер мәсьәлә килеп сыҡҡан хәлдә, йәмғиәт үҙенең ҡарашын белдерә ала. Әйтәйек, юғары уҡыу йорттарын аккредитациялауҙа халыҡ үҙ һүҙен еткереү мөмкинлегенә эйә. Шулай булғас, закон проектын әҙерләүҙә лә ситтә ҡалырға ярамай, фекерҙе ваҡытында әйтеп ҡалыу мөһим.
Д. ИШМОРАТОВА.


Вернуться назад