Гәзиттәр төҫлө сығасаҡ24.10.2012
Гәзиттәр төҫлө сығасаҡҠала типографияһы – Урал аръяғында иң ҡеүәтле заманса матди-техник базаһы булған полиграфия предприятиеларының береһе. Бында Сибай, шулай уҡ Баймаҡ, Йылайыр һәм Хәйбулла район гәзиттәре баҫыла. Ошо көндәрҙә типография 55 йыллыҡ юбилейы уңайынан күркәм сара үткәрҙе. Тантанала Башҡортостандың элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Венера Хәкимова, Сибай ҡалаһы хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илгиз Хәйруллин, район һәм ҡала типографиялары директорҙары, ветерандар ҡатнашты.

Типографияға 1957 йылда нигеҙ һалынған. Бөгөн уға Булат Абдрафиҡов етәкселек итә. Һуңғы йылдарҙа тап Булат Кәшфулла улының башланғысы менән предприятие яңы һулыш кисерә. Бында ҡала һәм район гәзиттәренән тыш, башҡа төрлө продукция ла баҫыла. Ойошма хеҙмәткәрҙәре заман менән бергә атлай, ҡыйынлыҡтар алдында юғалып ҡалмаҫ өсөн бөтөн тырышлығын һала.
– Бөгөн полиграфия эше менән шөғөлләнеүселәр байтаҡ, – ти ҡала типографияһы директоры Булат Абдрафиҡов. – Шулай ҙа конкуренцияға ҡаршы тора алабыҙ, Гәзиттәр төҫлө сығасаҡсөнки беҙҙә профессиональ, берҙәм, тәжрибәле коллектив тупланған. Күптәр бында электән эшләй, үҙ эшенең оҫтаһы. Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре тигәндәй, улар әле лә баҫма продукцияны төрләндереү, сифатын яҡшыртыу маҡсатында яңы алымдарҙы үҙләштерә.
Юбилей тантанаһында Венера Хәкимова бер төркөм хеҙмәт алдынғыһына Башҡортостандың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының Почет грамоталарын тапшырҙы. Улар араһында нәшерләү операторы Миңсара Хәбилова, продукцияны баҫмаға әҙерләүсе Клара Мазһарова бар ине. Өлкән мастер Гүзәл Исмәғилева, гәзит баҫыусы Рафаэль Мәхмүтов, бухгалтер-кассир Розалия Бастанова һәм башҡалар Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы һәм ҡала Советының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Өлгәшелгәндәр менән туҡтап ҡалырға уйламай улар. Киреһенсә, яңынан-яңы алымдарҙы үҙләштереү, етештереүсәнлекте арттырыу, яңы ҡорамалдар һатып алыу, полиграфия продукцияһын төрләндереү бурысы тора. Киләсәктә гәзиттәрҙе төҫлө итеп баҫтырыу тәңгәлендә эш алып барыла. Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәрҙең эш шарттарын яҡшыртыу, хеҙмәт хаҡын арттырыу кеүек мәсьәләләрҙе лә хәл итергә тырыша булдыҡлы етәксе. Тәжрибәле, берҙәм коллективтың артабан да яңынан-яңы уңыштар яулауына, маҡсаттарына өлгәшеүенә, төбәктә типография предприятиеларының иң ҡеүәтлеһе булып ҡаласағына ышаныс ҙур.
Кәримә УСМАНОВА
Сибай ҡалаһы.


Вернуться назад