Һөнәрҙә яуланған бәхет24.10.2012
Һөнәрҙә яуланған бәхетБоронғо аҡыл эйәләренән берәү: “Бер генә сәғәтте бушҡа уҙғарған кеше ғүмер ҡәҙерен аңлау кимәленә етә алмай”, — тигән. Был яҙмам барлыҡ тормошон аҡыл-зиһен туплауға, фәнгә, ғилми эҙләнеүҙәргә, студенттарының үҫешен хәстәрләүгә, халҡына фиҙаҡәр хеҙмәт итеүгә бағышлаған абруйлы затыбыҙ тураһында. Уның, мәшһүр ғалимыбыҙ Марат Вәли улы Зәйнуллиндың, Башҡорт дәүләт университетында эшләй башлауына быйыл 50 йыл тулды. Арҙаҡлы шәхесебеҙҙең әле һаман арыу-талыу белмәй фәнгә, туған уҡыу йортона хеҙмәт итеүе бик һирәктәргә тәтегән бәхеттер ул.

Йәшлек хыялы тормошҡа аша

1962 йылда БДУ-ның тарих-филология факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған Гәүһәр менән Марат Зәйнуллиндар Күгәрсен районына башҡорт һәм урыҫ телдәре уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрелә. Йәш белгестәр ғаилә башлығының тыуған төйәгенә, хыял арғымағына атланғандай, ҙур теләк менән ҡайтып төшә. Ниһайәт, колхоз рәйесе, заманында Ырымбур педагогия техникумын тамамлап, мәктәптә — уҡытыусы, район хакимиәтенең мәғариф бүлегендә инспектор булып эшләгән Вәлиулла олатайҙың хыялы тормошҡа ашты — улы Марат университет дипломына эйә! Әйткәндәй, Гәүһәр апайҙың да нәҫелендә данлыҡлы уҡытыусылар күп. Уның атаһы, мәктәп директоры Динмөхәмәт олатай — Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары менән бүләкләнгән кеше.
Ауылда йәшәй башлау менән үк йәштәр Үрге Һаҙҙа ҙур йорт һалыу, уның икенсе ҡатының бер бүлмәһендә бай китапхана булдырыу тураһында хыяллана башлай. Унда донъя классикаһы, башҡорт әҙәбиәте һәм тел ғилеме буйынса китаптар буласаҡ. Йәш ғаилә бындай рухи байлыҡты Өфөлә үк туплай башлай. Ауылға күсенгәндә барлыҡ мөлкәте ике-өс сумаҙан китап була.
Күгәрсендә эш башлауҙарына бер-ике аҙна ла үтмәҫтән, Марат Зәйнуллинға телеграмма тотторалар: “Марат Вәли улы! Тиҙ арала БАССР Халыҡ мәғарифы министрлығына килеп етеүегеҙҙе үтенәм. Министр Ф.Х. Мостафина”. Оҙаҡ уйлап торорға ваҡыт юҡ, Өфөгә юллана йәш белгес. Баш ҡалала шул асыҡлана: профессор Ж.Ғ. Кейекбаев, министрҙы ризалаштырып, өмөтлө студентына аспирантурала урын хәстәрләгән. Тиҙ арала имтихандар тапшырырға кәрәк, ҡалған мәшәҡәт хәл ителгән.
Шулай итеп, Марат Вәли улы университеттың иң тәүге аспиранты булып китә. Киске бүлектә башҡорт теленән практик дәрестәр ҙә алып бара. Студенттары — кисәге фронтовиктар, билдәле журналистар.
Буласаҡ ғалим эшенә, баш ҡала тормошона башкөллө сума. Ҙур тырышлыҡ, талапсанлыҡ менән фән тауының ҡатламдарын “кимерә”, ә буш ваҡытын Гәүһәре менән театрҙарға йөрөүгә, рухи үҫешкә арнай. Шунһыҙ ысын мәғәнәһендәге ғалим-гуманитарий булыу мөмкин дә түгелдер. Әммә ара-тирә бер үкенес тойғоһо күңелде һулҡылдатып ҡуя: Үрге Һаҙҙа, Олотау күренеп торған түбәлә тотош ауылға йәм бирер ике ҡатлы күркәм йорт ҡалҡманы. Уның бай китапханаһынан ауылдаштары күпме мәғлүмәт алыр ине. Хәйер, үкенәһе лә түгел. Зәйнуллиндарҙың Өфөләге әлеге фатирында ишек төбөнән үк шәхси китапхана башлана. Эш бүлмәһендә, һәр буш урында донъя классикаһы, төрки халыҡтары әҙәбиәте, хәҙерге лингвистика өлкәһенә ҡағылышлы иҫәпһеҙ-һанһыҙ китап тупланған. Үрге Һаҙҙа ла тормош гөрләй: ҡәҙерле ауылдаштары ярышып тигәндәй күркәм, мөһабәт йорттар һалып инә. Тыуған төйәгенә аяҡ баҫҡан һайын ғалим быға ҙур ҡыуаныс кисерә. Ошо түгелме ни йәшлек хыялының тормошҡа ашыуы?!

Башҡорт тел ғилеменең аҡһаҡалы


Марат Зәйнуллиндың ғилми хеҙмәттәре хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының модаль формалары, модаллек категорияһының функциональ-семантик үҙенсәлектәре, морфология мәсьәләләрен хәл итеүгә арналған. Үҙенең концептуаль ҡарашын дөйөмләштереп, ғалим 1988 йылда Ҡаҙағстан Фәндәр академияһының Тел институтында “Хәҙерге башҡорт әҙәби телендә модаллек категорияһы” тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Атаҡлы төркиәтсе Н.А. Баскаков хеҙмәтте былай тип баһалай: “Модаллек проблемаларын аныҡ миҫалдар нигеҙендә тикшереп, автор башҡорт теленең был категорияны сағылдырған сараларға бай булыуын иҫбатланы”. Татар теле белгесе, академик М.З. Зәкиев тә хеҙмәттең ҙур баһаға лайыҡ икәнлеген билдәләй.
Марат Вәли улының барлыҡ тормошо һәм эшмәкәрлеге Башҡорт дәүләт университеты менән бәйле. Ул бында башҡорт һәм дөйөм тел белеме кафедраһында өлкән уҡытыусы, унан доцент вазифаһын башҡара, артабан профессор дәрәжәһен ала. Утыҙ йылдан ашыу факультетҡа етәкселек итә. Университетта башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын, Көнсығыш телдәре кафедраһын, Нефтекама институтын астырыуҙа тос өлөшө бар Марат Зәйнуллиндың. Профессор ғилми кадрҙар әҙерләү йәһәтенән дә арымай-талмай эшләй. 1979 йылдан бирле кандидатлыҡ диссертацияларын яҡлау буйынса махсуслаштырылған советтың секретары, ә 1995 йылдан докторлыҡ диссертацияларын яҡлау советы рәйесе булды. Бер үк ваҡытта Рәсәй Юғары белем биреү дәүләт комитетының урыҫ һәм милли телдәр буйынса ғилми-методик советы ағзаһы, ошо уҡ комитеттың филология фәндәре буйынса совет рәйесенең урынбаҫары вазифаһын башҡара. Ғилми етәксе булараҡ, аспиранттары, докторанттары менән мауығып эшләй. Марат Вәли улының етәкселегендә 50-нән ашыу фән докторы һәм кандидаты әҙерләнде. Улар үҙҙәре лә хәҙер фән донъяһында танылыу яулап өлгөрҙө. Етәксе баҫҡысын яулағандары ла бар.
Академик Марат Зәйнуллин башҡорт теленә дәүләт теле статусын биреү кәрәклеген республикабыҙҙа тәүгеләрҙән булып күтәреп сыға. Мәсьәләне теоретик күҙлектән өйрәнеп, уның мөһимлеген донъя практикаһы, Европа илдәре миҫалында кире ҡаҡҡыһыҙ итеп иҫбатлай. Башланғысты тормошҡа ашырыу тағы ла ҡатмарлыраҡ булғанлыҡтан, ифрат ҙур ныҡышмалылыҡ һәм күп көс талап итә. Ғалим ике тиҫтәнән ашыу мәҡәлә менән сығыш яһай, телевидение, радио тапшырыуҙарында ҡатнаша. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ла талымһыҙ эшләй.
Хәҙерге фән өлкәһендә тел менән мәҙәниәт бер бөтөн итеп баһалана. Айырым шәхестең һәм тотош этностың үҫешендә тел баһалап бөткөһөҙ роль уйнай. Ғалимдың бихисап хеҙмәте ошо мәсьәләне хәл итеүгә йүнәлтелгән. Мәҫәлән, Парижда уҙған халыҡ-ара семинарҙа “Башҡортостан халыҡтары телдәре — милли-мәҙәни мираҫ” тигән мәҡәләһе ғалимдар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Тағы ла шуныһы иғтибарға лайыҡ: Марат Вәли улы тел ғалимдарының ғилми эшмәкәрлеге тураһында фәнни-популяр очерктар яҙа. Мәҫәлән, остазы Ж.Ғ. Кейекбаевҡа арналған 20-нән ашыу мәҡәләһе бар. Ғалимыбыҙ шулай уҡ Ә. Ә. Юлдашев, Н. К. Дмитриев, З. Ш. Шакиров, Н. А. Баскаков, М. Х. Хәйруллина, С. Ш. Поварисов, З. Ғ. Ураҡсин, Ғ. Б. Хөсәйенов, Р. Н. Байымов, Р. З. Мерәҫов, М. З. Зәкиев, М. Х. Әхтәмов кеүек бик күптәрҙең ғилми эшмәкәрлеген яҡтыртты.
Күренеүенсә, академик Марат Зәйнуллин — башҡорт тел ғилемен үҫтереүҙә, халҡыбыҙҙың рухи һәм мәҙәни кимәлен күтәреүҙә ифрат ҙур эш башҡарған шәхес. Тиҫтәнән ашыу монография, 600-гә яҡын мәҡәлә авторы БДУ-ла эшләй башлауына 50 йыл тулыу айҡанлы яңы хеҙмәтен — “Һайланма мәҡәләләр” китабын тамамланы.
Ғүмере буйы йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап йәшәне Марат Вәли улы. I — III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты итеп һайланды, уның башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү комиссияһы рәйесе булды. Хәтһеҙ йылдар күгәрсендәрҙең “Оло Эйек” яҡташтар ассоциацияһы рәйесе вазифаһын үтәне. Ваҡыты ни тиклем тығыҙ булмаһын, ғалим яҡташтары, ауылдаштары менән араһын һыуытмай. Үрге Һаҙҙа уның башланғысы менән ике ҡатлы заманса мәктәп төҙөлдө.

Һаман да егеттәргә биргеһеҙ

Бөйөк немец мәғрифәтсеһе А. Дистервгтың “Ҡаһарманлыҡ файҙалы, кешеләргә кәрәкле эштәрҙә, фекерләүҙә күренә” тигән һүҙҙәре бар. Шуны һис икеләнеүһеҙ әйтә алам: Марат Вәли улы ғилми эшмәкәрлегендә, уҡытыусылыҡта, шәхси тормошонда ирҙәргә хас ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәтеп йәшәй.
— Һеҙҙең өсөн университет нимә ул? — тип һорап ҡуйҙым бер саҡ остазымдан.
— Классик университеттары булған милләттәр генә мәғрифәт һәм фән аша донъя кимәленә сыға, — тип ҡыҫҡа, әммә тәрән мәғәнә һалып яуапланы ул. — БДУ халҡыбыҙ өсөн баһалап бөткөһөҙ эш башҡарҙы. Мин дә ошонда белем алып, профессор кимәленә күтәрелеүем менән сикһеҙ ғорурланам. Үҙемде, ғаиләмде, балаларымды унһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым.
Эйе, бик күп милләттәшебеҙ кеүек, Зәйнуллиндар ҙа тормошон Башҡорт дәүләт университеты менән бәйләгән. Лилиә Марат ҡыҙы — фән докторы, профессор, Гәүһәр Динмөхәмәт ҡыҙы менән Мансур Марат улы бында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлаған. Тиҙҙән ейәндәре Фәрхәт аспирантураны тамамларға тора.
Марат Зәйнуллинға заманында төрлө урында юғарыраҡ урын тәҡдим итәләр. БДПУ проректоры вазифаһынан да баш тарта ул. Профессорҙың бер урында ярты быуат хеҙмәт итеүен оло ҡаһарманлыҡҡа тиңләйем. Батырлыҡ шулай уҡ үҙ-үҙеңә, булмышыңа, һаулығыңа мөнәсәбәттә лә сағыла икән. Марат Вәли улының зарланғанын бер ваҡытта ла ишетмәҫһең. Тормошто яратыу, рух ныҡлығы инде быныһы.
Хеҙмәттәштәренең “олоғайҙым”, “ҡартмын инде хәҙер” тигән һүҙҙәрен һис ҡабул итә алмай Марат Вәли улы. Үҙе лә бындай һүҙҙәрҙе ҡулланмай. Өлкән йәштә һау-сәләмәт, аҡыл-зиһен теүәллегенә эйә булыу, егеттәргә биргеһеҙ дәрт менән хеҙмәт итеп йөрөү үҙенән-үҙе килмәй, ул шәхестең шәхси сифаттарынан ғибәрәт.
Дандың төбө — хөрмәт, хөрмәт төбө — хеҙмәт, тиҙәр. Ғалимыбыҙҙың ярты быуатлыҡ хеҙмәт юлы ҙур ихтирамға лайыҡ. Ул — Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР-ҙың юғары белем биреү алдынғыһы, Халыҡ-ара төрки академияһы, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, Рәсәйҙең юғары белем биреү отличнигы, Рәсәй Юғары белем биреү дәүләт комитетының, Ж. Ғ. Кейекбаев, Зәйнәб Биишева исемендәге премиялар лауреаты, Сорос профессоры. Ә бындай ҡәҙер-хөрмәткә үҙ эшенә бирелгән ҡаһармандар ғына эйә.
Фәнзил САНЪЯРОВ,
БДУ доценты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар
союзы ағзаһы.


Вернуться назад