Дим юлдары киң хәҙер!23.10.2012
Дим юлдары киң хәҙер!Өфөнөң Дим биҫтәһендә йәшәүселәр, барыусылар, ҡайтыусылар, ниһайәт, еңел һулай ала — ике яҡлы юл үткәргестең һул яғы рәсми рәүештә асылды. Башҡарыласаҡ эштең яртыһы ғына булыуына ҡарамаҫтан, бынан ары биҫтәгә үтеп инеү, сығыу еңелләшәсәк. Әлегә тиклем кешеләрҙең эшкә барыу, ҡайтыу ваҡытында хәл ҡырҡыулаша торғайны. Киләсәктә юл үткәргес үҙ эсенә ике күперҙе аласаҡ. Киңлеге 16 метрға етеп, күпер оҙонлоғо 168,43 метр тәшкил итәсәк. Юлдың дөйөм оҙонлоғо 1545 километрға һуҙыласаҡ.

— Конструкция өсөн бөтәһе 1794 тонна металл китте, — ти Өфө ҡала хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм төҙөкләндереү эше буйынса баш инженеры Дим юлдары киң хәҙер!Асҡар Фәйзуллин. — Бөгөн күперҙең, дөйөм юлдың икенсе яғында эш башлар өсөн барыһы ла етә. Үткәргес яңы юлдан ғына тормаясаҡ, ә сиселештәр ҙә төҙөләсәк. Былар иһә Дим биҫтәһе халҡын тығындарҙан азат итәсәк. Барлыҡ эштәр 2013 йылдың июленә тамамланырға тейеш...
Уға тиклем, икенсе юл үткәргес төҙөлгәнсе, машиналарға ике яҡҡа ла бер күперҙән йөрөргә тура киләсәк. Тулыһынса файҙаланыуға тапшырылғас, һәр яҡҡа өсәр һыҙат буласаҡ. Шулай уҡ Өфө — Дим юлы төҙөкләндерелеп, киңәйтеләсәк, төнөн лампалар яҡтыртасаҡ.
Дим юлдары киң хәҙер!Һул яҡ күперҙең ныҡлығын тикшереү өсөн Мәскәүҙән комиссия килгән. Ҡом тейәлгән ун “КамАЗ” машинаһы төрлөсә хәрәкәт яһаған, ауырлыҡты билдәләү өсөн махсус приборҙар ҡуйылған. Был ҙур юл үткәргесте төҙөү өсөн 1,6 миллиард һум аҡса тотонолған. Әйткәндәй, заказсыһы Өфө ҡалаһының торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм төҙөкләндереү идаралығы булған проектты тормошҡа ашырыу еңел генә бирелмәй. “Уралмостострой” йәмғиәтенең 20-се күпер төҙөү отряды, 820-се төҙөлөш идаралығы, “Башкиравтодор” йәмғиәтенең Лебяжий һәм Ҡырмыҫҡалы юлсылары, “Дортрансстрой” субподрядсылары алдында ҙур һынау тора: техник яҡтан проектты тормошҡа ашырырға, шул уҡ ваҡытта күпер аҫтынан үткән поезд юлын да, биҫтәгә илткән автомобиль юлын да япмаҫҡа. Юлсылар, төҙөүселәр бар көсөн һала. Күпмелер тығындар булған икән, уныһы ғына түҙерлек. Әйткәндәй, иҫке юл үткәргесе 66 Дим юлдары киң хәҙер!йыл элек үк бетондан төҙөлгән булған. Ярай әле ваҡытында эшкә тотонғандар. Юл асыуҙа ҡатнашҡан Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та үҙ сығышында был турала әйтте:
— 2010 йылда уҡ Дим биҫтәһе юлында көсөргәнешлекте күреп, кисекмәҫтән хәлдән сығыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Юл үткәргестең тәү сиратта асылған өлөшө хәлде еңеләйтә төшһә, икенсеһе сафҡа индерелгәс, мәсьәлә тулыһынса хәл ителәсәк. Беҙҙең эш — ойоштороу, ә уны тормошҡа ашырыу эшселәр иңенә төшә. Барыһы өсөн дә рәхмәт һеҙгә!
Күперҙе тантаналы асыуҙа Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, Дим районы хакимиәте башлығы Зыфар Хәкимов һәм башҡа вазифалы кешеләр ҡатнашты.
Шампандар ватылды, яңы юл асылды — киләсәге бәрәкәтле булһын!
Рәлис УРАҘҒОЛОВ


Вернуться назад