Баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә үткән XIV "Алтын көҙ" Бөтә Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә донъяның 34 иленән, Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән тиерлек 2500-гә яҡын предприятие һәм ойошма ҡатнашып, үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Башҡортостандың ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәре һәм эшкәртеүселәре, мәғариф һәм фән учреждениелары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары 329 алтын, 78 көмөш һәм 61 бронза миҙалға лайыҡ булды.
– "Алтын көҙ" күргәҙмәһендә республика йылдағыса әүҙемлек күрһәтте. Экспозиция 140 квадрат метр майҙанда урынлашып, унда 140-ҡа яҡын предприятие үҙ продукцияһы өлгөләрен ҡуйҙы, – тине республиканың ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко хәбәрселәр менән осрашыу ваҡытында.
Николай Коваленко, илдең агросәнәғәт күргәҙмәһендә республиканың ит, һөт һәм икмәк етештереүселәр союзының әүҙемлеген билдәләп, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең эшенә лә юғары баһа бирҙе. Уның әйтеүенсә, Башҡортостан ерлегендә йыйылған балдан әҙерләнгән һәм етештерелгән продукция мәскәүҙәр араһында ғына түгел, донъяның башҡа илдәренән килгән ҡунаҡтарҙа ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған.
Милли үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып эшләнгән Башҡортостан стендына ҡуйылған ит, колбаса, икмәк-булка, кондитер, ликер-араҡы изделиелары, һөт продукцияһы, минераль һыу 450 йүнәлеш буйынса 20 конкурста ҡатнашҡан. "Юғары сифатлы биологик яҡтан хәүефһеҙ аҙыҡ-түлек етештереү" конкурсында, мәҫәлән, 249 алтын, 49 көмөш һәм 18 бронза яулаған. Бынан тыш, республиканың ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәре "Ауыл хужалығында инновация етештереүе" конкурсында 29 алтын, ике көмөш һәм ике бронза, "Ауыл хужалығы тармағын киң матбуғат сараларында һөҙөмтәле яҡтыртҡаны өсөн" конкурсында тағы 24 алтын һәм өс көмөш миҙал алыуға өлгәшкән. "Малсылыҡ" павильоны ла күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан.
"Алтын көҙ" күргәҙмәһендә күп кенә инвесторҙар Башҡортостан предприятиелары эшмәкәрлегенә ҡыҙыҡһыныу белдереп, хеҙмәттәшлек килешеүе һәм контракт төҙөгән.
С. ҒӘЛИМЙӘНОВ.