Роботтар алышҡа сыҡты23.10.2012
Өфөлә уҡыусылар һәм студенттар араһында робот техникаһы буйынса республиканың тәүге асыҡ чемпионаты үтте.

Һәр кемдең киләсәге, буласаҡ һөнәре бала саҡтан уҡ төҫмөрләнә. Берәүҙәр ижадҡа тартыла, икенселәрҙе Йыһан серҙәре ҡыҙыҡһындыра, өсөнсөләр иһә заман техникаһы, фән менән мауыға. Ваҡытында шундайҙарҙы күреп, ҡанат ҡуйып, һәләтен үҫтерергә булышлыҡ итәбеҙ икән, тимәк, уларҙың киләсәгенә юл ярабыҙ, һәр өлкә өсөн аҡыллы белгестәр әҙерләү хәстәрлеген күрәбеҙ. Ғәҙәти булмаған бәйге тап ошондай маҡсаттан ойошторолдо.
Сараға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов та килгәйне. Ул республика етәксеһе Рөстәм Хәмитовтың ҡотлауын еткерҙе, һәләтле йәштәрҙе техник ижадҡа, уйлап табыу эшмәкәрлегенә йәлеп итеү маҡсатлы сәйәсәт булыуын билдәләне.
Турнирға республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән 20 команда үҙ эшен килтергән. Улар өс төрҙә — командалар араһында, ҡағиҙәләр буйынса шәхси беренселектә, роботтарҙың ҡағиҙәһеҙ көрәше буйынса — үҙҙәренең таһыллығын күрһәтте. Шулай уҡ чемпионатта ҡатнашыусылар үҙ-ара фекер алышты, күргәҙмәләр менән танышты, фильм ҡараны.
Турнир шәп үтте. Ярышты ойоштороусылар, килгән ҡунаҡтар балаларҙың, йәштәрҙең эштәренә, талантына һоҡланды. Айырыуса Өфө дәүләт авиация техник университеты, Өфө радиоэлектроника колледжы, Республика башҡорт лицей-интернаты, Малаяҙ студияһы тәрбиәләнеүселәренең роботтарына, ҡатнашыусыларҙың ижади һәләтенә юғары баһа бирҙеләр.
Ярыш аҙағында һәр номинацияла еңеүселәр билдәләнде, бүләктәр тапшырылды. Ә тиҙҙән турнирҙағы иң-иңдәрҙән республика командаһы тупланасаҡ. Ул артабан Рәсәй, халыҡ-ара ярыштарҙа республика намыҫын яҡлаясаҡ.
И. ХАҠОВ.


Вернуться назад