Һеҙҙе көтәбеҙ, донорҙар!23.10.2012
Өфөлә донор ҡанын туплау буйынса “Донорҙар күбәйһә — ғүмерҙәр арта” тип аталған хәйриә акцияһы дауам итә.

Ошондай мөһим башланғысты Башҡорт дәүләт медицина университеты Республика ҡан ебәреү станцияһы, Өфө дәүләт нефть техник һәм Башҡорт дәүләт медицина университеттары менән берлектә ойошторҙо.
24 октябрҙә Өфө дәүләт нефть техник университетында (Менделеев урамы, 193/1) үтәсәк акцияға донор булырға теләүселәрҙе иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 12-гә тиклем көтәбеҙ.
Әйткәндәй, донор ҡанына ихтыяж беҙҙә ҙур булыуына ҡарамаҫтан, Рәсәйҙә ҡан биреүселәр әүҙемлеге түбән: 1000 кешегә 13–14 донор тура килә. Башҡортостанда был күрһәткес — 24, АҠШ-та — 60, ә Евросоюз илдәрендә 40 кеше тәшкил итә.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау


Вернуться назад