Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт һәм дөйөм тел белеме кафедраһы 24 октябрҙә сәғәт 11-ҙә БДУ-ның тамашалар залында фәнни форум үткәрәсәк.
“Хәҙерге башҡорт филологияһының көнүҙәк проблемалары” исемле төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция күренекле мәғрифәтсе, уҙған быуаттың 20 – 30-сы йылдарында башҡорт әҙәби телен ғәмәлгә ашырыуҙа баһалап бөткөһөҙ роль уйнаған, Тимирязев исемендәге педагогия институты уҡытыусыһы (хәҙер БДУ), әҙип Ғәббәс Йәғәфәр улы Дәүләтшиндың тыуыуына 120 йыл тулыуға арнала.
Л. ҒАФАРОВА.