Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр!23.10.2012
Башҡортостан иленең рухлы, иманлы ул һәм ҡыҙҙарын яҡынлашып килгән Ҡорбан байрамы менән тәбрикләйбеҙ! Ил именлеге, ғаилә бәхете, күңел тыныслығы, рух ныҡлығы, сәләмәтлек, бәрәкәтле, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Ошо изге байрам көнөндә, 2012 йылдың 27 октябрендә, сәғәт 12-лә һәммәгеҙҙе Миәкә районының Илсеғол ауылы янында Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙҙең сәхәбәләре Зәйет улы Зөбәйер, Зөбәйер улы Абдрахман ерләнгән изге Нарыҫтауға сәхәбәләр мәсетен төҙөп бөтөү уңайы менән саҡырабыҙ. Тирә-яҡҡа нур балҡытып ултырған биш манаралы аҡ мәсетте күреп шатлыҡ уртаҡлашып, Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн намаҙҙар уҡып, зыяраттар ҡылып иманыбыҙҙы яңыртырға, илебеҙгә, халҡыбыҙға бәрәкәт булһын тип ниәтләп килегеҙ!
Рәсәйҙә изгеләр, әүлиәләр ерләнгән урында беренсе тапҡыр шундай күркәм мәсет төҙөлдө.
Шулай, Хоҙай Тәғәләгә рәхмәтле булып, халҡыбыҙға ул бүләк итеп ебәргән бөтөн донъяға билдәле әүлиәләрҙе — Зәйнулла ишан Рәсүлевте, Ғабдулла Сәидиҙе, Ғатаулла, Йәғәфәр ишан кеүек һәм һәр төбәктәге, ауылдағы әүлиәләребеҙҙең ерләнгән зыяраттарын матурлап, исемдәрен халыҡҡа еткереп, рух яңыртайыҡ, хаҡ иманға ҡайтайыҡ. Аллаһы Тәғәләнең ризалығына ирешеп, фатихалы һәм ғүмерле халыҡ булайыҡ!
Байрам бергә һәм мөбәрәк булһын!
Ҡорбан байрамына Нарыҫтауға рәхим итегеҙ!
Ойоштороусылар.


Вернуться назад