Был аҙнала барлыҡ эштәрҙе алдан уйлап, һәр аҙымды үлсәп эшләгеҙ. Етдилек, иҫәпселлек, алдан күҙаллау барыһына ла хас булыр. Киләсәккә маҡсаттар ҡуйғанда, һәр ваҡ-төйәкте иҫәпкә алыу уңыш килтерәсәк. Эш һеҙҙе тулыһынса ялмап ала икән, тимәк, уңышлы буласаҡ. Ҡасандыр тормошҡа ашыра алмаған проектҡа яңынан тотонһағыҙ, уны ахырына еткерә аласаҡһығыҙ, аҡса яғынан да ул отошло булмаҡсы. Етәксегеҙ йә ҡасандыр хеҙмәттәшлек иткән кешеләр көтмәгәндә ярҙам ҡулы һуҙыр. Был аҙнала ауыҙығыҙҙы үлсәп асығыҙ, яңылыш осоп сыҡҡан һүҙ өсөн һуңынан яуап бирергә тура килер. Дүшәмбе — барлыҡ башланғыстар өсөн дә уңышлы көн. Шишәмбе алкоголле эсемлектәр менән һаҡ булығыҙ. Шаршамбы барлыҡ эштәрҙе лә еңеп сығыу ауырға төшәсәк. Яңы башланғысҡа тотоноуҙан баш тартығыҙ. Кесе йома һаҡ булығыҙ, иң мөһиме — ашыҡмағыҙ. Йома туған-тыумаса, яҡындарығыҙ менән аңлашылмаусанлыҡ килеп сығыуы ихтимал, әҙер булығыҙ. Һиҙемләүгә ышанмағыҙ, хис-тойғоларға бирелмәгеҙ.
ҠУҘЫ (21.03 — 20.04).Хаталарҙы төҙәтергә ваҡыт. Үҙегеҙҙе ғәйепле тойһағыҙ, ғәфү үтенегеҙ.
БУҒА (21.04 — 21.05). Һеҙҙе ялмап алған хис-тойғолар ауыр һынау булыр. Был аҙнала күңел торошоғоҙ шәптән түгел. Быға алдан әҙерләнегеҙ, шик тыуҙырған эшкә тотонмағыҙ.
ИГЕҘӘКТӘР (22.05 — 21.06). Яҡшы кәйеф, матур хис-тойғолар артынан ҡыуырһығыҙ. Ләкин теләгегеҙгә ирешә алмай, яҡындарығыҙҙы ҡырыҫлыҡта, иғтибарһыҙлыҡта ғәйепләй башларһығыҙ.
ҠЫҪАЛА (22.06 — 23.07). Эшлекле даирәләрҙә баҫалҡы булыу килешмәй. Был сифаттан арыныу фарыз. Уңыш һеҙгә йылмайһын өсөн сағыуыраҡ булырға тырышығыҙ.
АРЫҪЛАН (24.07 — 23.08).Юғары маҡсаттарға, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ирешә алмаҫһығыҙ. Шуға ла был аҙнала мөһим эштәргә тотонмай тороғоҙ. Уларҙың килеп сыҡмауы ихтимал йә һеҙҙең көсөгөҙ етмәҫ.
ҠЫҘ (24.08 — 23.09). Ҡайҙа ғына бармағыҙ, гел иғтибар үҙәгендә булырһығыҙ. Шуға өҫ-башығыҙҙы гел тәртиптә тотоғоҙ. Аралашыуға әҙер булыуығыҙҙы баһаларҙар, яңы эш урыны тәҡдим итеүҙәре ихтимал.
ҮЛСӘҮ (24.09 — 23.10). Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ — был мәҡәл һеҙҙең өсөн аҙна девизы. Һәр аҙымығыҙҙы уйлап эшләгеҙ, ашыҡмағыҙ.Тормошоғоҙҙағы “ҡара һыҙат” ай аҙағында ғына тамамланыр.
САЯН (24.10 — 22.11). Был аҙнала, ниһайәт, үҙегеҙҙе ирекле итеп тойорһоғоҙ. Ғаиләгеҙҙә лә, эштә лә хәл-ваҡиғаларҙың үҙгәреше тап һеҙ теләгәнсә барыр. “Юҡ” тип әйтергә өйрәнегеҙ, шул саҡта башҡалар һеҙҙе үҙ маҡсатында файҙаланыуҙан туҡтар.
УҠСЫ (23.11 — 21.12). Хеҙмәттәштәрегеҙ менән артыҡ асылып китеп һөйләшмәгеҙ, ниндәйҙер сер белеп ҡалаһығыҙ икән, уны башҡаларға асмағыҙ. Шул саҡта дөрөҫ һығымталар эшләп, яңлышлыҡҡа юл ҡуймаясаҡһығыҙ.
ЫЛАҠ (22.12 — 20.01). Аҙна башында артыҡ ашыҡмаһағыҙ ҙа була. Фекер төйнәр, маҡсат ҡорор өсөн уңайлы мәл. Ошо арала күптән ауыр йөк булып торған бурыстан ҡотола алырһығыҙ.
ҺЫУҒОЯР (21.01 — 19.02).
Һеҙҙән күп нәмәгә өйрәнеп була. Шуға ла ошо көндәрҙә холоҡ-фиғелегеҙҙе, һүҙҙәрегеҙҙе ҡабатлаған кеше менән эш итергә тура килер. Был көнәркәшлектә еңеп сығырға тырышығыҙ.
БАЛЫҠ (20.02 — 20.03).Үткән аҙнала хәл итә алмаған ауыр мәсьәләләр үҙенән-үҙе хәл ителер. Буш ваҡытығыҙҙы заяға үткәрмәгеҙ, күптән табипҡа күренергә ваҡыт. Яңы эш урыны эҙләү уңышлы булмаҡсы
Өмөтбикә.