Күгәрсен районының 1-се Дәүләтҡол ауылында тыуып үҫкән, бөгөн Мораҡта йәшәгән ҡәҙерле атайыбыҙ Псәнчин Урал Шәғәли улын 75 йәшлек юбилейы менән бар күңелдән ихлас ҡотлайбыҙ!
Әсәйебеҙ менән иңгә-иң терәп 55 йыл матур тормошта йәшәйҙәр. Беҙ ғаиләлә дүрт бала үҫтек, барыбыҙға ла яҡшы тәрбиә биреп, белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырып, һәр беребеҙҙең балаларын үҫтерешергә, тәрбиәләргә ярҙам иттеләр.
“Атай, әсәй бөйөклөгөн йәшәй-йәшәй аңлайбыҙ”, — тип йырҙа йырланғанса, ысынлап та, уларҙың оло йөрәкле, киң күңелле, ни тиклем ҡәҙерле икәнен йәшәй-йәшәй аңлайһың икән ул. Барыбыҙ ҙа ошо көнгәсә атай-әсәй ярҙамын, хәстәрен, наҙын тойоп йәшәйбеҙ. Атай тәрбиәһен алып үҫеүебеҙгә икегеҙгә лә рәхмәтлебеҙ!
Ҡәҙерле атай, һиңә, иң мөһиме, ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ, ҡыуаныстар, әсәйебеҙ менән оҙон-оҙаҡ парлы, бер-берегеҙгә терәк булып, тормошҡа һөйөнөп, ҡорған донъяғыҙҙың ҡотон, йылыһын тойоп, күңел тыныслығы менән имен-һау ғына йәшәгеҙ ҙә йәшәгеҙ!
Һеҙҙең изгелегегеҙ, кешелеклегегеҙ алдында баш эйәбеҙ!
Изге теләктәр менән улдарың Мөслим, Илшат, Ғайса, ҡыҙың Зәлифә, кейәүең Мәғәфүр, килендәрең Әлмирә, Рәйхана, Гөлнара, ейән-ейәнсәрҙәрең,
бүлә-бүләсәрҙәрең.