Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа “Мәғариф тураһында” федераль закон проектын тикшереү буйынса сираттағы ултырыш үтте. Һөйләшеүҙә дөйөм белем биреү, юғары уҡыу йорттары, профсоюз һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Эшсе төркөмдөң етәксеһе, парламент рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова проектты тикшереүҙә йәмәғәтселектең әүҙем ҡатнашыуы хаҡында һөйләне.
Республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов проектта белем биреү өлкәһендәге үҙгәрештәрҙең сағылыш табыуы хаҡында бәйән итте, етешһеҙлектәрҙе атаны.
– Ҡулайлаштырыу һөҙөмтәһендә бөгөн ҡайһы бер мәктәптәр ябылды. Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарындағы кеүек, уларҙы хосусилаштырып бөтмәҫтәрме? Үкенескә ҡаршы, был яңы проектта сағылыш тапмаған, – тине ул.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев туған телде өйрәнеү, республика мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең профсоюздар ойошмаһы рәйесе Александр Кузьменко сәнғәт йүнәлешендәге балалар мәктәптәре буйынса төҙәтмә индереү кәрәклеген әйтте.
Өфөләге 39-сы гимназияның директоры, республика мәктәптәренең директорҙар советы рәйесе Ирина Кейекбаева ла проектҡа үҙ ҡарашын белдерҙе. Уның әйтеүенсә, белем биреү усаҡтарының төрө хаҡында бер һүҙ ҙә юҡ. Мәҫәлән, гимназиялар, лицейҙар хаҡында. Тимәк, был закон ҡабул ителә ҡалһа, улар юҡҡа сығырға тейешме? Берҙәм дәүләт имтиханы тураһында ла етди фекергә килергә ваҡыт. Бөгөн балаларҙың һаулығын яҡшы тип булмай. Барлыҡ уҡыусылар ҙа программаны үҙләштерә алмай. Тимәк, уларҙың ҡулына документ бирелмәй. Бәлки, ундайҙар өсөн альтернатив рәүештә элеккеләй имтихан биреүҙе ҡалдырырға кәрәктер? Балаларҙы хеҙмәт өлгөһөндә, илһөйәрлек рухында тәрбиәләү йәһәтенән дә аныҡ пункттар юҡ.
Лилиә Ғүмәрова барлыҡ тәҡдимдәрҙең дә киләһе ултырышҡа тиклем ентекләп өйрәнеләсәге хаҡында белдерҙе.
И. ХАҠОВ.