“Башҡортостан” — йәше менән дә, һүҙе менән дә республикабыҙҙа иң олпат баҫмаларҙың береһе. Уның биттәренән республикабыҙҙың бер быуатлыҡ тарихын яҙып булыр ине. Нисәмә быуын өсөн ул алыштырғыһыҙ тоғро юлдаш, таяныс, кәңәшсе һәм дә рухиәт, аң-белем шишмәһе булды. Бөгөн дә шул ҡиблаһына тоғро ҡалып, заман менән бергә атлай.
“Башҡортостан” гәзитендә яҙған һәр һүҙе өсөн уҡыусы алдында ҙур яуаплылыҡ тойған, үҙ һөнәренең ысын оҫтаһы булған журналистар эшләй. Шуға ла уны уҡыусылар яҡын күрә, хөрмәт итә. Киләсәктә лә шулай иң абруйлы баҫма булып ҡалырына ышанабыҙ!
Ошо тантаналы көндәрҙә коллективҡа ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, ижади уңыштар теләйбеҙ.
“Өмет” гәзите коллективы.