Уҡыусыларҙың мәнфәғәтен ҡайғыртып, “Башҡортостан” гәзите “Россельхозбанк” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан филиалы директоры Ирек Радил улы Мөхәмәтдинов менән тура бәйләнеш ойоштора.
“Ҡыҙыу элемтә” 24 октябрҙә, көндөҙгө сәғәт 11-ҙән 12-гә тиклем эшләйәсәк, 272-05-43, 272-75-30 телефонына шылтыратыуҙар көтәбеҙ.
Алдан һорау әҙерләп, 8 (347) 272-42-89 телефонына шылтыратһағыҙ йәки E-mail:
[email protected] электрон адресына ебәрһәгеҙ, бигерәк тә отошло.
Хөрмәтле уҡыусылар! Һеҙҙе аҙ процентлы кредит, ссуда юллау, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү, шәхси хужалыҡтарҙы алып барыу, ғөмүмән, ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырыу тәңгәлендә финанс мәсьәләләре ҡыҙыҡһындырһа, форсаттан файҙаланып ҡалығыҙ!