Балыҡсылар йәки һунарсылар ғәйепле20.10.2012
Учалы районындағы Өргөн урмансылығында торф һаҙлыҡтары яна. Янғындың дөйөм майҙаны — бер гектар.

Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының матбуғат секретары Айбулат Ғәйнуллиндың әйтеүенсә, әле ут таралыуҙан туҡтаған. Уны һүндереүгә тиҫтәгә яҡын кеше менән бер нисә махсус техника йәлеп ителгән. Янғындың өс көнгә һуҙылыуының сәбәбе шунда: иң яҡындағы Учалы ауылы дүрт саҡрым тирәһе алыҫлыҡта ята. Шунлыҡтан Өргөн күленән торф һаҙлығы быҫҡыған ергә тиклем соҡор ҡаҙырға мәжбүр булғандар. Был эште бер аҙ еңеләйтә төшкән.
Күҙаллауҙар буйынса, янғын балыҡсылар йә иһә һунарсыларҙың ғәйебе менән сыҡҡан. Һәр хәлдә белгестәр әлегә башҡаса сәбәпте күрмәй.
Д. ТӘЛҒӘТОВА.


Вернуться назад