Тәү сиратта — төҙөргә, йүнәтергә20.10.2012
Республикабыҙ аша үткән федераль юлдарҙың торошо өсөн яуап биреүсе белгестәр ошо девиз менән эшләй
Етмешенсе йылдарҙың уртаһында Советтар Союзының иң мөһим дәүләт юлдарының береһен төҙөү тамамланды, уның аша Ватаныбыҙҙың баш ҡалаһы Куйбышев, Өфө һәм Силәбе кеүек эре ҡалалар менән тоташа алды. Хәҙерге автоһәүәҫкәрҙәргә был трасса М-5 “Урал” исеме менән таныш. Тап шул осорҙа, 37 йыл элек, “Куйбышев — Өфө — Силәбе автомобиль юлы идаралығы” барлыҡҡа килде. Ул яңы төҙөлгөн трассаны файҙаланыу һәм тейешле хәлдә тотоу өсөн махсус ойошторолдо. Бөгөн идаралыҡ ҡарамағына 500 километр оҙонлоҡтағы М-5 “Урал”, М-7 “Волга”, Р-240 Өфө — Ырымбур федераль автомобиль юлдары инә.
Күптән түгел “Куйбышев — Өфө — Силәбе автомобиль юлы идаралығы” федераль ҡаҙна учреждениеһына етәксе итеп Радмир Ваһапов тәғәйенләнде. Радмир Завил улы, хәҙерге заман етәксеһе булараҡ, тәнҡитте яҡшы ҡабул итә. Әгәр ҙә ул дәлилләнгән һәм тотороҡло булһа, әлбиттә. Беҙҙең юлдар буйлап йөрөгән һәр кем менән тура бәйләнеш урынлаштырыу маҡсатында үҙ блогын асыуы (ә был барыһынан да элек беҙҙең кәмселектәр тураһында икәнлеге аңлашылалыр) ошо турала һөйләй. Р.З. Ваһапов менән әңгәмәбеҙ тап ошо хаҡта.
— Һуңғы осорҙағы ниндәй ыңғай үҙгәрештәрҙе билдәләр инегеҙ?
— Моғайын, 2003 йылда Төпкилде ауылын урап үткән юлды файҙаланыуға тапшырыу тураһында әйтеп китеү урынлы булыр. Стажлы автомобилселәр хәтерләйҙер – йөк составын йәки пассажир поезын үткәреү өсөн шлагбаум алдында күпме торорға тура килә ине. Дөрөҫөн әйткәндә, ошо объектты төҙөгәс кенә республикабыҙҙың көнбайышынан Башҡортостандың баш ҡалаһына барыу өсөн үҙ ваҡытыңды планлаштырыу форсаты тыуҙы.
Дүрт йыл үткәс М-5 “Урал” юлының 1401-се километрынан 1428-се километрға тиклемге арауығын реконструкциялау тамамланды, һөҙөмтәлә 1-се категориялы 27 километр юл барлыҡҡа килде. Сәғәтенә 10-15 километр тиҙлектә барырға мәжбүр булған автомобилселәрҙә ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырған иҫке бетон юл һүтеп алынды. 2010 йылда Өфөнө көньяҡтан урап үтеү мөмкинлеге биргән алты һыҙатлы юлдың беренсе участкаһы файҙаланыуға тапшырылды. Шул уҡ осорҙа М-7 “Волга” автоюлында Шәрип ауылын урап үткән 20 километр оҙонлоҡтағы юл төҙөүҙе тамамланыҡ. Әлбиттә, эшләнгән эштең бер өлөшө генә был, башҡарылған һәм башҡарыласаҡ эштәрҙең күренеп торған өлөшө генә тип әйтергә була.
Ғөмүмән, бында транспорт системаһының эше беҙҙең төбәктең иҡтисади-географик урыны, уның Рәсәйҙең көнсығышы менән көнбайышы араһындағы транзит ролен үтәүе менән дә билдәләнә. Моғайын, шуғалыр ҙа Рәсәй Президенты 2015 йылда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре башлыҡтарының осрашыуын Өфөлә үткәрергә ҡарар иткәндер. Ошо саммит сиктәрендә БРИКС етәкселәренең – иҡтисады тиҙ үҫкән илдәр башлыҡтарының осрашыуы ла буласаҡ.
— Саммитҡа ҡарата яҡшы юлдар әҙерләү һеҙҙең стратегик бурысҡа инә тип әйтергә мөмкиндер?
— Беҙҙең стратегия – ҡулланырлыҡ, хәүефһеҙ һәм тотороҡло федераль транспорт системаһы булдырыу. Ә был бурысты хәл итеү автомагистралдәрҙе саммитҡа ҡарата әҙерләргә лә, төбәктең артабанғы социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итергә лә шарттар тыуҙырасаҡ. Сифатлы һәм уңайлы магистраль араларҙы кәметә, “А” пунктынан “Б” пунктына тиклем тиҙерәк барып етергә мөмкинлек бирә, тиеүҙәре менән һеҙ ризалыр, моғайын.
Бының өсөн әле М-5 “Урал” һәм М-7 “Волга” автотрассалары участкаларын этаплы реконструкциялау эштәре алып барыла, заманса “юл сиселештәре”, электр яҡтыртыуы, барьер сикләүҙәре төҙөләсәк, ә автомагистралдәр 4–6-шар һыҙатлы ителәсәк.
Бөгөнгә беҙҙең ике ҙур объектыбыҙ бар. Өфөнө көньяҡтан урап үткән юлдың икенсе участкаһында эш дауам итә, был иһә автомагистралде алты һыҙатлы итергә һәм 1-се категория кимәленә еткерергә мөмкинлек бирә (ә Башҡортостандың баш ҡалаһы өсөн был үтә көнүҙәк мәсьәлә, сөнки быйыл йәй федераль трассаларҙа хәрәкәт йышлығы тәүлегенә ғәмәлдә 70 мең берәмеккә артты!).
Ошо проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә Ағиҙел йылғаһы аша бер яҡлы йүнәлештә өс һыҙаты булған яңы күпер төҙөлә башланы. Йәғни бер йүнәлештә өс хәрәкәт һыҙаты булған әлеге күперҙе реконструкциялау һәм “иҫкеһе” янында яңы күпер (кире йүнәлештә шулай уҡ өс хәрәкәт һыҙаты буласаҡ) төҙөү ҡаралған. Реконструкцияланған һәм яңы һәр күперҙең оҙонлоғо 390 метр тәшкил итә.
Юл үткәргесе 86,5 метр булған “тулы булмаған саған япрағы” тибындағы “Федоровка — Исаково” юл сиселеше төҙөлә. Объектты 2015 йылда файҙаланыуға тапшырыу ҡаралған, ләкин уның алдараҡ та өлгөрөүе мөмкин, сөнки бөгөн графикты уҙып эшләйбеҙ.
Бынан тыш М-7 автоюлында Кушнаренко ауылын урап үткән юл һалына, уның оҙонлоғо 21 километр тиерлек һәм 406 метр оҙонлоҡтағы яһалма ҡоролмалары ла бар. Тәүҙә 23 метрҙан ашыу оҙонлоҡта арҡалы күпер һәм ике гофралы торба һалдыҡ, быйыл тағы ла өс арҡалы күпер менән ете гофралы торба өҫтәнек. Реконструкция тамамланғас, автомобиль юлының һәр йүнәлештә икешәр хәрәкәт һыҙаты һәм биш транспорт сиселеше буласаҡ. Уларҙың өсәүһе республика автомобиль юлдары менән киҫешкән урында һәм икәүһе М-7 “Волга” автоюлын киҫеп үткән ерҙә урынлашасаҡ.
Тиҙ арала, ауылды урап үткән юлды һалыу тамамланғас та, трассаның үткәреү һәләте артып ҡына ҡалмаясаҡ, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге лә яҡшырасаҡ, тип әйтергә мөмкин. Шуға бәйле уның ошо ауылдың социаль-иҡтисади үҫешенә ыңғай йоғонтоһо ла һиҙеләсәк һәм транспорттың тирә-яҡ мөхиткә тәьҫир итеү кимәле лә түбәнәйәсәк. Йәғни район үҙәгендә шау-шыу, туҙан һәм газ еҫе кәмейәсәк.
Быйыл шулай уҡ М-5 “Урал” һәм М-7 “Волга” автоюлдарының 39 километр самаһындағы участкаларын яңыртыу эше башланасаҡ.
Өс йыл эсендә “Урал” автотрассаһындағы 1375-се километрҙан 1401-се километрға саҡлы бөгөнгө көндәге киң ҡоласлы реконструкцияны тамамларға тейешбеҙ. Беҙ киләсәккә ҙур өмөт менән ҡарайбыҙ, сөнки юл фондтары тергеҙелде, һәм беҙҙең тармаҡҡа аҡса күсереү күләменең артыуы көтөлә.
Беҙҙең барлыҡ пландар тормошҡа ашһын өсөн файҙаланылған материалды баһалауҙан алып трассаларҙы төҙөкләндереүгә тиклемге бөтөн етештереү сылбырындағы сифатты тәьмин итеү шарт.
— Радмир Завил улы, тимәк, һеҙ етәкселек иткән учреждениела сифатҡа контроль өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора, тип әйтергә мөмкин?
— Эйе, бөтөнөһөнә лә контроллек итеү аша ғына көтөлгән һөҙөмтәгә – хәүефһеҙ, оҙайлы һәм сифатлы юлдар булдырыуға – өлгәшәбеҙ. Бының өсөн айырым бүлек ойошторолған, уға тәжрибәле һәм абруйлы белгес Ольга Алексеевна Чуракова етәкселек итә. Хеҙмәткәрҙәр подрядсылар эшенең барлыҡ эшмәкәрлегенә ентекле мониторинг яһай, шул арҡала автоюлдарҙың сифатын ярайһы уҡ яҡшыртыуға өлгәшәбеҙ. Бүлек бөтөн кәрәкле тикшереүҙәрҙе алып барырға һәләтле заманса стационар лаборатория менән генә түгел, өс күсмә лаборатория менән дә тәьмин ителгән.
— Сифатҡа контроль бүлеге һынау лабораторияһынан ни яғы менән айырыла? Белеүемсә, элек тә үҙәк лаборатория бар ине...
— Ул нигеҙҙә юл төҙөү материалдарын һынау үткәреү менән шөғөлләнә ине. Ә хәҙер беҙҙең контроль даирәһе киңәйҙе: беҙ юл төҙөү материалдарының сифатын тикшереп кенә ҡалмайбыҙ, етештереү технологияһын да контролдә тотабыҙ. Йәғни һынау лабораторияһын булдырыу өсөн сифатҡа контроль бүлегендә үҙ ваҡытында байтаҡ сара күрелде.
— Радмир Завил улы, һуңғы осорҙа юл эштәре технологияһы йылдам үҫә. Тейешле һәм заманса контроль йәһәтенән уларҙың артынан өлгөрөп буламы?
— Әлбиттә, беҙ хәлде күҙәтеп барабыҙ һәм заман менән бергә атларға тырышабыҙ. Лабораториябыҙ даими яңыртыла, заманса приборҙар менән тәьмин ителә, һөҙөмтәлә анығыраҡ һәм киңерәк тикшеренеүҙәр үткәрә алабыҙ. Мәҫәлән, былтыр ғына бетон ҡоролмаларға һәм изделиеларға емермәүсе ысул буйынса экспресс-контроль үткәреү приборҙары алдыҡ. Шулай уҡ асфальт бетонының шыуҙырыуға һәм ярыҡтарға ҡаршы тороу һәләтен билдәләгән заманса пресс килтерелде.
Һамар – Өфө – Силәбе автомагистрале идаралығында бик үҙенсәлекле приборҙар ҙа бар! Мәҫәлән, республикалағы берҙән-бер ретрорефлектометр. Уның ярҙамында юл тамғаларын көндөҙ генә түгел, дөм-ҡараңғы төндә лә билдәләргә була.
— Әгәр ҙә элегерәк был эш 20–30 минут ваҡытты алһа, хәҙер ошо приборҙы горизонталь юл тамғаһына ҡуйыу менән барыһы ла әҙер була, яҡтылыҡ сағылып кире ҡайтһын өсөн бер нисә секунд та етә, — ти Ринат Аҙнабаев.
Юл хужалығына яңы технологиялар, техника һәм ҡоролмалар, материал индереү сиктәрендә был хеҙмәт белгестәре заманса геодезик ҡорамалдарҙы файҙалана. Мәҫәлән, электр тахеометры, электрон нивелир һәм юлдаш навигацияһы системаһы шундайҙарҙан.
— Был прибор геодезия эштәрен ҡабул итеп алыу өсөн кәрәк, — ти сифат контроле бүлеге етәксеһенең урынбаҫары Илназ Фәррәхов. – Ул беҙгә проект-эҙләнеү эштәренең аныҡлығын тикшереү өсөн кәрәк, шунан һуң ғына беҙ координаттарҙың аныҡлығына ышанабыҙ. Прибор шулай уҡ төҙөлөш-монтаж эштәренең сифатына контроль үткәреү мәлендә лә ҡулланыла.
Идаралыҡтың геодезия хеҙмәте заманса трасса эҙләүсе ҡабул иткескә лә эйә. Ул юл төҙөлөшөнөң башланғыс этабында алыштырғыһыҙ ҡорамал. Уны ер аҫты коммуникацияларын асыҡлағанда файҙаланалар. Анығыраҡ әйткәндә, кабель урынын һәм уның ниндәй тәрәнлектә ятыуын билдәләр өсөн. Мәҫәлән, йыш ҡына шундай хәл килеп тыуа: автомобиль юлын реконструкциялағанда ер аҫты коммуникацияларын үҙгәртеп ҡороу. Ә прибор экранында белгестәр коммуникацияларҙы ла, уларҙан ер өҫтөнә саҡлы күпме ара ҡалғанын да ус төбөндәге кеүек күрә.
Әйткәндәй, тап шуның өсөн дә матбуғат сараларында беҙҙең илдә юл төҙөүҙең ҡиммәт булыуы тураһында йыш телгә алалар. Автомагистралдәр һалыуҙағы хаҡтар айырмаһы тураһында беҙҙә лә, сит илдәрҙә лә аҙ һөйләмәйҙәр. Айырым тәнҡитселәрҙе тынысландырыу өсөн шуны әйтәм – юл төҙөлөшө хаҡын иҫәпләгәндә Көнбайышта, мәҫәлән, ошо күсереү процесының хаҡы инмәй. Ә беҙҙә газ, һыу, нефть үткәргестәрҙе, төрлө оптик сүс һәм башҡа селтәрҙе күсереп һалыу юл төҙөү хаҡының 30–40 процентына барып етә. Ошоға тағы юл һыҙатына тура килгән ерҙе һатып алыу хаҡын да ҡушығыҙ. Һәр квадрат метрҙың үҙ хужаһы бар һәм ул үҙ милке менән бушлай ғына бәхилләшергә теләмәй.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барлыҡ тикшеренеүҙәрҙе лә күсмә комплекстарҙа үткәреп булмай. Шуның өсөн идаралыҡта иң яңы приборҙар һәм ҡорамалдар менән йыһазландырылған стационар лаборатория эшләй. Бында подрядсы ҡулланған бөтөн материалдар ҙа ентекле тикшерелә. Мәҫәлән, асфальт билдәләнгән дөйөм нормаларға тура килмәһә, подрядсыларға штраф ҡурҡынысы янай, һәм улар был кәмселекте үҙ иҫәбенә төҙәтергә тейеш.
Мин ошо “ғилми аныҡлыҡ” лабораторияһына килгәндә унда М-5 “Урал” трассаһы буйынса төҙөлгән объекттан алынған асфальт өлгөһөн тикшерәләр ине. Эксперт Людмила Плешкова асфальт-бетон өлгөһөн ҡулына алып күрһәтте. Әле ул һыуынғайны, ләкин формалаштырғанда температураһы 150-160 градус булған. Формалаусы машинала өс минутта өс өлгө алалар. Был бик яҡшы һөҙөмтә, сөнки элегерәк ошо эшкә бер сәғәт китә ине. Ләкин өлгөнө алыу ярты эш кенә. Артабан асфальтты ентекләп тикшерәләр һәм бер тәүлек самаһында барлыҡ төп үлсәмдәр ҙә билдәле була. Улар иҫәбендә һыуға, ярылыуға һәм шыуыуға ҡаршы тороу күрһәткестәре лә бар.
Бер һүҙ менән әйткәндә, сифатҡа контроль бүлеген алдап булмай. Подрядсылар быны яҡшы белә һәм бүлек хеҙмәткәрҙәрен бик өнәп тә бөтмәй. Ләкин был тәү сиратта белгестәрҙең үҙ эшен һәйбәт башҡарыуы тураһында һөйләй. Һөҙөмтә күҙгә күренеп тора, һәм республика халҡы, ҡунаҡтар юлдың ремонтланған өлөшөнә баһа бирергә өлгөрҙө лә инде.
Алыҫ сәфәрҙәргә сыҡҡан Сергей, мәҫәлән, йыл әйләнәһенә Рәсәй буйлап йөрөй, ниндәй генә юлды күрмәгән. Ул былай ти: “Яр Саллынан алып яҡшы юл китә, һәр хәлдә Һамар һәм Ульяновск өлкәләренән яҡшыраҡ, ә Һарытауҙа юл бөтөнләй юҡ тип әйтергә була”.
Шуныһын да билдәләмәй булмай: Һамар – Өфө – Силәбе автомагистрале идаралығы юлды төҙөгән ваҡытта ғына түгел, файҙаланыу осоронда ла контролдә тота. Бының өсөн 2011 йылда махсус рәүештә метеорологик тәьминәт һәм метеошарттарҙы ҡыҫҡа ваҡытлы прогнозлау системаһы (АСМО) булдырылды. Уның ярҙамында реаль ваҡыт режимында метеорологик хәлгә һәм юл япмаһының торошона күҙәтеү яһала. Республикала бындай ҡоролма федераль трассаларҙа ғына бар.
Был комплекс яуым-төшөмдө, ел йүнәлешен һәм көсөн, юл япмаһының торошон билдәләгән датчиктарҙан ғибәрәт. Уларҙа видеокүҙәтеү камералары ла ҡуйылған, шуға ла быларҙың барыһын да идаралыҡтағы мониторҙарҙа ҡарап ултырырға мөмкинлек бар.
“Ә ни өсөн кәрәк ул, Гидромет бар бит?” – тип әйтеүселәр ҙә табылыр, бәлки. Эйе, бар. Беҙҙең федераль ҡаҙна учреждениеһы Башгидрометүҙәк менән генә түгел, уның Татарстандағы һәм Ырымбур өлкәһендәге коллегалары менән дә килешеү төҙөнө. Ләкин синоптиктар тәүлегенә бер нисә тапҡыр ғына мәғлүмәт бирә, ә беҙҙә һауа шарттары сәғәт һайын үҙгәреп тора. Башҡортостан үҙе лә автотрассаның һәр участкаһында аныҡлыҡ талап иткән ҙур төбәк бит. Етмәһә, юл япмаһының торошон фәҡәт АСМО ғына күҙәтеп бара. Был система арҡаһында алдан күреп эш итергә мөмкинлек тыуа һәм ҡышҡы һауа шарттарының көйһөҙлөгөн тиҙ арала бөтөрөү, хәрәкәт итеүселәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн шарттар булдырыла. Былтыр ошондай биш пост урынлаштырылғайны, быйыл уларға тағы туғыҙҙы өҫтәнеләр.
Ғөмүмән, идаралыҡ 2012 йылда автобус туҡталыштарында ҡояш батареялары ярҙамында яҡтыртҡан приборҙар, мең ярым дана юл тамғаһын алыштырыу кеүек барлыҡ саралар комплексын башҡарҙы. Йәй көнө бер нисә электрон табло ҡуйылды, улар аша Идаралыҡ диспетчерҙары водителдәр өсөн бик кәрәкле мәғлүмәт тапшыра: һауа температураһы, ремонт барған урындар, юл япмаһының торошо һ.б. Ошо уҡ мәғлүмәт Идаралыҡтың сайтына ла ҡуйыла. Йәғни, федераль трассалар аҡрынлап “аҡыллана” бара һәм был – ҡыуаныслы күренеш. Юлға сығырғамы, әллә һауа боҙолғанда өйҙә генә ултырырғамы – хәҙер быны алдан күҙалларға мөмкин.
— Юл хужалығы кеүек ғәйәт ҙур комплекста бер проблема ла юҡмы ни? Барыһы ла шәпме?
— Әлбиттә, улай булыуы мөмкин дә түгел. Проблемалар етерлек. Мәҫәлән, дөйөм файҙаланыуҙағы юлдарҙың бер өлөшөндә ремонтланып бөтмәгән күләм арта бара. Тимәк, трассаларҙың бер өлөшө ремонт-ара ваҡыт менән билдәләнгән арауыҡты уҙып китеп файҙаланыла. Ләкин ҡаҙнанан юлды файҙаланыу һәм ремонтлауға бүленгән аҡса йыл һайын арта. Тимәк, ремонтланып бөтмәгән күләм дә кәмей барасаҡ.
Идаралыҡҡа ҡараған автомагистралдең күпселек участкалары көсөргәнешле эшләй. Айырыуса Өфөгә яҡын урында шундай хәл күҙәтелә, бында автомобилдәр һаны ла күберәк бит. Был көсөргәнешлекте М-5 трассаһына М-7 “Волга”, Өфө – Ырымбур, Пермь – Өфө, Өфө – Белорет – Магнитогорск юлдарының килеп ҡушылыуы ла арттыра. Норматив базаның камил булмауын сағылдырған икенсе бер проблема ла ошоға бәйле. Мәҫәлән, Көнбайышта үҙен яҡшы яҡтан күрһәткән заманса материалдар һәм технологияларҙы ҡуллана башлар инек, ләкин уларҙы файҙаланыу һәм хаҡын билдәләү буйынса норматив базаның булмауы эште тотҡарлай.
— Киләсәккә пландарығыҙ менән дә уртаҡлашһағыҙ ине...
— Төҙөргә, йүнәтергә, юлдарыбыҙҙы яҡшы хәлдә тоторға – тағы нимә булһын (йылмая). Әгәр ҙә йәмәғәтселек заманса һәм сифатлы юлдарға мохтаж икән, беҙ, ошо йәмғиәттең юл өсөн яуаплы ағзалары булараҡ, был ихтыяжды тормошҡа ашырырға тейешбеҙ.
— Беҙ күп йылдар инде октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнгән Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан осраштыҡ...
— Форсаттан файҙаланып, коллегаларымды үҙебеҙҙең һөнәри байрам менән ысын күңелдән ҡотлайым, юлдарҙы һаҡлау һәм яҡшыртыу буйынса еңел булмаған эштәрендә уңыштар һәм, әлбиттә, бәхет, һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйем!