Бурыстарына яуаплы ҡарайҙар20.10.2012
Бурыстарына яуаплы ҡарайҙарКүгәрсен районындағы көҙгөләй ялтырап ятҡан юлға һоҡланмау мөмкин түгел. Бының өсөн “Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Күгәрсен юл ремонт-төҙөлөш идаралығы филиалы яуап бирә.
Идаралыҡ иңенә, ысынлап та, ҙур эш йөкмәтелгән: 436,6 километр төбәк һәм муниципаль-ара (уның 105 километры “Магнитогорск — Ира” төбәк автомобиль юлы), 213 километр урындағы автомобиль юлы — уның ҡарамағында. Хеҙмәтләндерелгән юлдарҙың оҙонлоғо буйынса идаралыҡ республикала өсөнсө урынды биләй.
Предприятиеның эше уңышлы бара. “Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә күгәрсендәр һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә. Утыҙға яҡын махсус техника, ундан ашыу “КамАЗ” машинаһы иҫәпләнә. Быйыл яңы экскаватор-тейәгес, автокран, махсус трактор алынған, бынан тыш өс тракторға, ике “КамАЗ”ға капиталь ремонт яһалған. Ошо көндәрҙә яңы МТЗ тракторы ҡайтарылырға тейеш. Идаралыҡтың ярҙамсы ойошмаларында ла эш яҡшы ҡуйылған. Мәҫәлән, “Подгорненский” карьеры һәм ундағы ваҡлау-сортировкалау ҡоролмаһында быйыл көҙгә тиклем 64 мең тонна самаһы төҙөлөш ташы сығарылған, унан 60 мең тонналап ҡырсын эшләнгән. Шуның 40 мең тоннаһы башҡа филиалдарға бирелде. Район үҙәге һәм яҡындағы ауылдарҙа йәшәүселәргә карьерҙа табылған төҙөлөш ташын шәхси йортҡа нигеҙ һалғанда алырға мөмкин.
Район эсендәге юлды һәм урамдарҙы ремонтлауға ла ҙур иғтибар бүленә. Быйыл Мораҡ урамдарына һәм күп фатирлы йорт ихаталарына, Түбәнге Һаҙ, Побоище ауылдарында һәм автомобиль юлдарына асфальт һалынған. Әле Иҫке Собханғол — Мораҡ төбәк-ара юлында эш башланып тора, унда капиталь юл һалынасаҡ. Текә тауҙар, үҙәндәр күп булыу сәбәпле, эш ҡатмарлы, әммә быйыл уҡ юлдың өс километрын сафҡа индермәкселәр.
Күгәрсен юлсылары бер эштән дә ҡурҡмай. Улар, урындағы заказдан тыш, тышҡы заказ буйынса ла һәр эшкә тотонорға әҙер. Ҡайһы саҡта бүленгән аҡсаның күләме ҙур булмаһа ла, быларҙың барыһы ла халыҡ мәнфәғәтендә, коллектив хеҙмәткәрҙәренең мәшғүллеген тәьмин итеү өсөн эшләнә.
Хеҙмәткәрҙәр тигәндәй, идаралыҡта уларға иғтибар ҙур. Коллектив килешеүендә һәр кемгә социаль льготалар менән гарантиялар ҡаралған. Дәртләндереү өсөн түләнгән льготалар һәм премиялар күләме предприятиеның эш һөҙөмтәһенә бәйле. Шуға күрә бында эшләгән һәр кем ябай ғына хәҡиҡәтте аңлай: ни тиклем һөҙөмтәлерәк эшләһәң, үҙеңдең дә шунса матди хәлең яҡшырыр. Йыл һайын һөнәри һәм дәүләт байрамдары билдәләнә, хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың балаларына бүләк тапшырыла. Түңәрәк юбилейҙарын билдәләүселәр, шулай уҡ ауыр тормош хәлендә ҡалыусылар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай.
Бөгөн идаралыҡта 106 кеше иҫәпләнә. Улар араһында Почет грамоталары һәм Маҡтау хаттары менән бүләкләнеүселәр ҙә күп, атҡаҙанған төҙөүсе исемен йөрөтөүселәр бихисап. Водителдәр Рәфис Даянов (37 йыл эшләп әле хаҡлы ялда), Мөҙәрис Юскаев, диспетчер Рая Йәнбәтова, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе, машинист-бульдозерсы Юрий Загороднев, экскаваторсы Фуат Низамов, водителдәр Рәфис Иҫәнбаев, Эльвир Кинйәбулатов, грейдерсы Миҙхәт Буранбаев — идаралыҡтың ғорурлығы.
Йәмғиәттә 33 ветеран бар, ләкин һәр кеше пенсияға киткән осраҡта ла коллективтың бер өлөшө булып ҡала һәм даими хәстәрлек менән солғана. Улар предприятие тормошонан ситтә ҡалмай. Һәр байрамға саҡырыла, айырыуса 1 октябрь — Өлкән йәштәгеләр көнөн көтөп алалар. Быйыл да ветерандарҙың барыһын да кафеға йыйып аралашыу мөмкинлеге булған, матур бүләк биргәндәр, район гәзитенә бушлай яҙҙырғандар. Баҡсаларын эшкәртеүҙә, бесән сабыуҙа ярҙам күрһәтәләр.
Эштәре көйлө барған Күгәрсен юл ремонтлау-төҙөү идаралығы мәрхәмәтлелек тураһында ла онотмай. Йыл һайын Йомағужа балалар йорто менән шул уҡ ҡасабалағы балалар приютында тәрбиәләнеүселәргә Яңы йылға һәм 1 июнгә байрам бүләктәре әҙерләй. Быйыл район үҙәге Мораҡта төҙөлә башлаған мәсетте төҙөкләндереүгә лә ярҙам иткәндәр.
Тырыш хеҙмәт күрһәтеү өсөн лайыҡлы эш хаҡы мөһим. Ә күгәрсендәр уның менән ҡәнәғәт: уртаса 20 мең һум тәшкил итә.
Хеҙмәткәрҙәр райондың мәҙәни һәм ижтимағи тормошонда ла ихлас. Үҙешмәкәрлек конкурсында ла ҡатнашалар, һәр саҡ тиерлек призлы урындар яулайҙар. Спорт бәйгеләре, “Башкиравтодор” ойошторған спартакиадаларҙан да ситтә ҡалмайҙар.
Идаралыҡҡа тәжрибәле юлсы, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Ринат Фәрих улы Йәнбәтов етәкселек итә, ул көслө һәм берҙәм коллектив туплаған. Аңлашыу һәм берҙәмлек булған урында эш тә ырамлы бара.
Предприятие коллективы һөнәри байрамын күтәренке кәйеф менән ҡаршылай.


Вернуться назад