Сифатына күҙ теймәһен20.10.2012
Сифатына күҙ теймәһенРеспублика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рәүеф Ноғоманов Борай районындағы яңы юлдарҙың сифатына баһа бирҙе. Ул журналистар менән бергә “Борай — Иҫке Балтас — Көйәҙе” автомобиль юлының төҙөкләндерелгән участкаһынан, Вострецов ауылына илткән юлдан үтте.

“Борай — Иҫке Балтас — Көйәҙе” юлының 15 саҡрымы быйыл сентябрҙә файҙаланыуға тапшырылды. “Башкиравтодор” йәмғиәтенең подрядсы ойошмаһы генераль директоры Илдар Мусин әйтеүенсә, дүрт ай дауам иткән ремонт барышында юлға яңы япма түшәлгән, ситтәре нығытылған.
— Элек был юл йөрөрлөк тә түгел ине, — тине Рәүеф Ноғоманов.
Уның әйтеүенсә, төҙөкләндереү сифатын билдәләгәндә юлдарҙың торошо, уға ихтыяж, хәрәкәттең йышлығы иҫәпкә алына.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн планлаштырыу беҙ ҡуйған талаптарға яуап бирмәй, ошо эште яйға һалырға, барлыҡ мөмкинлекте күҙалларға кәрәк, — тине Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары. — Юлды файҙаланыу нормативтары бар. Уларға ярашлы тотош республика буйынса программа эшләргә тейешбеҙ. Башҡортостанда 24 мең километрлыҡ юл һалынған. Әлегә беҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төҙөкләндереү эшен тулыһынса башҡара алмайбыҙ.
Рәүеф Ноғоманов билдәләүенсә, республика юл төҙөүгә һәм ремонтлауға бик күп аҡса сарыф итә. Быйыл ул, 2010–2011 йылдар менән сағыштырғанда, 70 процентҡа артҡан.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары шулай уҡ асфальт-бетон заводында булды. Быйыл “Башкиравтодор” йәмғиәте Германиянан мобиль ҡоролма рәүешендәге ике завод һатып алған. Борай районында август айында ошо заводтарҙың береһе эшләй башланы.
— Заводтың етештереүсәнлеге сәғәтенә 240 тонна тәшкил итә, — тине предприятиеның баш инженеры Игорь Струговец. — Ул тулыһынса компьютерлаштырылған, асфальт-бетондың барлыҡ төрҙәрен етештереү һәләтенә эйә. Ошо рәүешле борайҙарҙың ғына түгел, күрше райондарҙың да ихтыяжын тәьмин итәсәкбеҙ. Продукция юғары сифаты менән айырылып тора.
Ошондай уҡ завод сентябрҙә Белорет районында ла эшләй башланы. “Башкиравтодор” бының менән сикләнеп ҡалмаҫҡа, тағы ла бер завод һатып алырға ниәтләй.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад