Республикабыҙҙың иң олпат һәм абруйлы баҫмаларының береһе булған “Башҡортостан” гәзитен 95 йыллығы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайым! Уҡыусы менән бер быуатҡа яҡын туранан-тура һөйләшеү алып барыу — гәзит өсөн бәхетле яҙмыш ул. Ошо дәүер эсендә бай тарихлы баҫма Башҡортостан халҡының тормошона ныҡлы үтеп инде, республикала барған ваҡиғаларҙы яҡтыртыуҙа намыҫлылыҡ һәм дөрөҫлөк эталонына әйләнде. Ватаныбыҙ үҙ тарихында төрлө осор кисерҙе — шатлығын да, фажиғәһен дә, ләкин гәзиттең сираттағы һаны бер нигә ҡарамай үҙ ваҡытында сыға килде, республиканың уҙған һәр көнөнә баһа бирә барҙы.
Халҡыбыҙҙың бер нисә быуынының яҙмышы яратҡан гәзите менән бәйләнгән, уны кешеләр ысынбарлыҡты дөрөҫ яҡтыртҡаны һәм файҙалы булғаны өсөн ғүмер буйы ихтирам итте. Гәзиттәге мәҡәләләре дуҫлыҡ, гуманлыҡ, иҡтисади һәм социаль тотороҡлолоҡ, милләт-ара һәм дин-ара татыулыҡ идеялары менән һуғарылған.
“Башҡортостан”ға һәм уны донъяға сығарыуға ҡатнашлығы булған һәр кемгә бәхет, һаулыҡ һәм уҡымлы мәҡәләләр ижад итеүен теләйем! Барығыҙға ла ижади ҡомар, үткер ҡәләм юлдаш булһын!
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе К. ТОЛКАЧЕВ.