Ышаныслы аҙымдар менән20.10.2012
Ышаныслы аҙымдар менәнБөрө юл ремонт-төҙөлөш идаралығы республикабыҙҙың төньяҡ райондары юлдарын хеҙмәтләндерә. Тотороҡло коллективҡа тәжрибәле, тырыш, талапсан белгес — Фаат Хәлитов етәкселек итә.

Уны был яуаплы вазифаға 1995 йылда тәғәйенләйҙәр. Предприятиеның ныҡлы матди-техник базаһы, үҙ эшенең оҫталарынан торған коллектив — тап Фаат Ғәднән улының ныҡышмалы хеҙмәт емеше тиһәк, һис арттырыу булмаҫ.
Бөгөн Бөрө юл ремонт-төҙөлөш идаралығы республика, муниципаль-ара, район тәғәйенләнешендәге 319 километр юлды, ике тиҫтәгә яҡын күперҙе хеҙмәтләндерә. Юлдарҙың яртыһынан күп өлөшөнә асфальт түшәлгән.
Коллективта йөҙҙән ашыу кеше эшләй, шуларҙың 25 проценты — йәштәр. Уларҙы, иң беренсе сиратта, хеҙмәт шарттары йәлеп итә: эш хаҡын ваҡытында түләйҙәр, матди ярҙам да күрһәтелә. Хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына йыл һайын шифаханаларҙа ял итеү мөмкинлеге бар. Йәштәрҙең белемен, оҫталығын артабан үҫтереү, камиллаштырыуға ла ҙур иғтибар бирелә. Эшселәрҙең яҡшы сифаттарын күрергә, уларҙың һөнәри үҫешенә ярҙам итергә, кадрҙарҙың ҡәҙерен белергә кәрәк, тип фекер йөрөтә идаралыҡ етәкселеге. Эйе, шул осраҡта ғына һәр кем илһамланып, дәртләнеп эшләйәсәк һәм уның хеҙмәт һөҙөмтәһенән коллективтың дөйөм уңышы хасил буласаҡ.
Предприятиела йәштәргә өлгө алырлыҡ тәжрибәле һөнәрмәндәр етерлек. Мәҫәлән, эшсе Виктор Апкаликов, мастер Евгений Йәнбулатов — 1994 йылдан, машинистарЫшаныслы аҙымдар менән Родион Князев, Анатолий Белюшин 1997 йылдан алып эшләй. Ябай эшсенән баш инженер вазифаһына тиклем күтәрелгән, бөгөн асфальт-бетон заводының мөдире Владимир Александров фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн “Рәсәй Федерацияһының почетлы юлсыһы” исеменә, бихисап Почет грамотаһына, Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булған.
Бында бер нисә ғаилә династияһы ла бар. Миҫалға Айдыбаевтарҙы алайыҡ — башта коллективта аталары эшләгән, хәҙерге көндә ике улы тырышлыҡ һала. Стариковтарҙан да атаһына алмашҡа улы килгән.
Ауыл юлдарын төҙөү, йүнәтеү буйынса федераль программала ҡатнашыу Бөрө юл-төҙөлөш идаралығына иртәгәһе көнгә ышаныс менән атларға мөмкинлек бирә. Былтыр 136 миллион һумлыҡ эш башҡарһалар, быйыл уны 140 миллионға еткерергә уйлайҙар.
Предприятие республиканың төрлө райондарында эшләү барышында яңы технологияларҙы ҡыйыу үҙләштерә, айырыуса Канада юлсыларының алымдарын үҙ итәләр, сөнки тәбиғәт шарттары оҡшаш икән. Борай — Иҫке Балтас—Көйәҙе трассаһындағы арала тәүгеләрҙән булып “техпол” материалын ҡулланып юл төҙөй башлағандар. Өфө — Бөрө — Яңауыл юлының Мишкә районы аша үткән өлөшөндәге төҙөлөштә асфальт-бетон составына “фибро” материалы ҡушыла. Әлегә быны һынау рәүешендә генә ҡулланалар. Әлбиттә, барлыҡ саралар, эште фәнгә таянып башҡарыу юлдарҙың хеҙмәт итеү ваҡытын оҙайтыр, уның өҫкө ҡатламы тиҙ боҙолмаҫ, тип көтөлә. Сығымдар ҙа кәмейәсәк.
Һуңғы ике йылда ғына предприятие вибрациялы тигеҙләгес, тейәгес, “Беларусь” тракторы, “Газель” мкироавтобусы, грейдер, өс үҙбушатҡыс “КамАЗ”, асфальт һалғыс һатып алған. Матди-техник базаның ҡеүәтле булыуы, кадрҙарға мохтажлыҡ кисермәү коллективҡа “Башкиравтодор” филиалдары араһында алдынғы урынды һаҡларға, ҡатмарлы бурыстарҙы билдәләнгән ваҡытҡа үтәргә булышлыҡ итә.
Заманса сит ил техникаһында эшләү өсөн белем, һөнәри оҫталыҡ та кәрәк. Егәрле тракторсы-машинистар И. Бәхтегәрәев, А. Зәйнетдинов, Р. Вәлиев, А. Матеевский һәм башҡалар үҙҙәренә тапшырылған “ҡорос ат” менән ышаныслы идара итә. Үҙ бурысына яуаплы ҡараған хеҙмәткәрҙәр урта звено етәкселәре, техниканы хеҙмәтләндереүсе, асфальт-бетон заводында эшләүселәр араһында ла бар.
Бөрө юл ремонт-төҙөлөш идаралығында хеҙмәт традицияларын ҡәҙерләп һаҡлайҙар. Шулай уҡ бында коллектив ағзаларының ялын һәм һаулығын да ойошторорға онотмайҙар. Спорт менән әүҙем шөғөлләнәләр. Бөрөләрҙең тармаҡтың республика ярыштарында яуланған күп һанлы дипломдары, кубоктары — шуға миҫал. Идаралыҡ төрлө райондарҙа эшләү менән бер рәттән Бөрө ҡалаһының урамдарын, кварталдарын йүнәтеү, төҙөкләндереүгә тос өлөш индерә.


Вернуться назад