Борай — Иҫке Балтас — Көйәҙе юлы сафҡа индеРеспубликабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш райондары юлдарын яҡшыртыу быйыл айырыуса йылдам барҙы. Борай — Иҫке Балтас — Көйәҙе юлын ремонтлауҙың генераль подрядсыһы — Борай юл төҙөлөш-ремонт идаралығы эшмәкәрлеге хаҡында булыр бөгөн һүҙебеҙ. Бөрө, Дүртөйлө юл төҙөлөш-ремонт идаралыҡтары, “Танып” йәмғиәте лә был эшкә үҙ өлөшөн индерҙе. Ниһайәт, мөһим объект сафҡа инде.
Борай юл төҙөлөш-ремонт идаралығы 455 километрҙағы юлдың төҙөклөгө өсөн яуаплы. Шуның 227-һенә асфальт түшәлгән. Төп объектта 210 миллион һум капитал һалыу үҙләштерелгән. Ә элек Борай — Иҫке Балтас — Көйәҙе юлының торошо бик шәптән булмаған. 12,8 саҡрымын өр-яңынан һалырға тура килгән. Төҙөүселәр яңы ысулды өйрәнеп, оҙаҡҡа сыҙамлы юл төҙөргә тырышҡан. Улар тигеҙ, күркәм, киңлеге — һигеҙ метр. “Техпол”дың оҙаҡ хеҙмәт итеренә шик юҡ.
Борайҙарҙың ғорурлығы — “Башкиравтодор” йәмғиәтенең берҙән-бер “Линтек” асфальт-бетон заводы үҙенең мөһабәт ҡоролошо менән алыҫтан уҡ күҙгә салына. Германияла етештерелгән ғәжәйеп ҡоролма сәғәтенә 240 тонна асфальт етештереүгә һәләтле. Германиянан, Мәскәүҙән килгән белгестәр бер ай эсендә уны ҡороп сафҡа индергән. Компьютер менән идара ителгән аҡыллы техниканы барлығы дүрт кеше хеҙмәтләндерә. Йәғни, элек көнө буйы етештергән асфальтты хәҙер ҡеүәтле машина 1 сәғәттә әҙерләй. АБЗ начальнигы Айрат Усаев әйтеүенсә, етештерелгән асфальттың сифаты ла бермә-бер яҡшырған. Ҡалтасы, Яңауыл, Балтас райондарын асфальт менән тәьмин итә башлағандар. Белгестәр Алмас Хәйруллин, Инел Мәрҙәнов, Алексей Хәмиҙуллин эш шарттарының да яҡшырыуын билдәләй. АБЗ территорияһы төҙөкләндерелгән, асфальт түшәлгән. Яңы “Линтек” заводы 100 саҡрым арауыҡтағы барса күрше райондарҙы асфальт менән тәьмин итәсәк. Тимәк, төбәктәге юлдарҙың сифатына тел тейҙерерлек булмаясаҡ.
Идаралыҡ начальнигы Рәмил Закир улы Вәлишин хаҡында айырым әйтеп китеү зарур. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, депутаттарҙың район Советы рәйесе Р. Вәлишин Борай районы иҡтисадын үҫтереүгә күп көс һалған уңған етәксе, оҫта ойоштороусы булып танылған.
Һәр коллектив үҙенең алдынғы эшселәре, оҫталары менән данлы. Бульдозерсы Данил Ғилманшин, экскаваторсы Фидарис Нурғәлиев, водителдәр Рәзиф Ямалетдинов, Баян Ғәлиев, Айҙар Дүсмәтов, машинист Искәндәр Ибраһимов, битум әҙерләүсе Илдус Раянов хаҡында йылы һүҙҙәр менән телгә алды етәксе. Эшселәргә социаль яҡтан даими хәстәрлек күрһәтелә. Эш хаҡы ваҡытында түләнә. Трассала эшләүселәр йылы аш менән тәьмин ителә. Йорт һалыусыларға техника, төҙөлөш материалы менән ярҙам күрһәтелә. Шифаханаларҙа ял итеү мөмкинлеге лә бар.
Эйе, ниндәй генә һауа шарттары булыуға ҡарамаҫтан, юл төҙөүселәр төпкөлдәге трассала көндө төнгә ялғап эшләй. Ҡыш юлды таҙартыу тәүлек әйләнәһенә ойошторола. Сөнки улар меңдәрсә кешенең ғүмере өсөн яуаплы.
Юлдарыбыҙ йылдан-йыл яҡшыраҡ, уңайлы булһын — ошондай изге ынтылыш менән йәшәй Борайҙың юл төҙөүселәре.