Тәжрибә тотош Рәсәйгә таралһын18.10.2012
Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Федераль урман хужалығы агентлығы етәксеһе Виктор Масляков урман мөнәсәбәттәрен көйләү, урманды иҫәпкә алыу һәм һаҡлау мәсьәләләрен тикшерҙе.

Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан урман хужалығына етди инвесторҙарҙы йәлеп итә, тип билдәләне. Республикала был йәһәттән ниәттәр ярайһы уҡ ҙур. Атап әйткәндә, Австрияның Kronospan компанияһы менән берлектә ағас эшкәртеү предприятиеһы төҙөү буйынса ҙур инвестиция проекты тормошҡа ашырыла башланы.
— Уның тәүге сираты бер миллион кубометрға яҡын ағас эшкәртәсәк, — тине Рөстәм Хәмитов. — 2016-2017 йылда икенсе һәм өсөнсө сираттарҙы ғәмәлгә индергәндән һуң, беҙ 3 миллион кубометр ҡеүәтенә сығырға тейешбеҙ. Ошо проект менән бергә республикалағы бөтә урман тармағын тәртипкә килтерәсәкбеҙ.
Башҡортостан Президенты Федераль агентлыҡ етәксеһенә урман янғындарын һүндереү техникаһы йәһәтенән ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
— Быйылғы ҡоролоҡта урман янғындарына бәйле хәлде контролдә тоттоҡ. Сыҡҡан янғынды тиҙ арала һүндерҙек, утҡа көсәйергә юл ҡуйманыҡ, — тине республика башлығы.
Виктор Масляков билдәләүенсә, Башҡортостанда урман фондына идара итеүҙең һөҙөмтәле системаһы яйға һалынған.
— Өфөлә ойошторолған форумдың төп бурысы — ағастың законһыҙ әйләнеше мәсьәләләрен тикшереү. Бындай сараларҙың йәмғиәтебеҙҙә законға ярашлы тормошҡа ашырылыуы мөһим. Беҙгә ағас эшкәртеү менән бәйле бөтә эштәрҙе күҙәтеү мөмкинлеге бирелергә тейеш, — тине ул.
Г. ИШЕМҒОЛОВА.


Вернуться назад