Өфөлә "Ағас материалдарының дәүләт иҫәбе системаһы" Бөтә Рәсәй конференцияһы үҙ эшен башланы. Ике көн дауам итәсәк сараны "Ағас материалдарының әйләнешен дәүләт көйләүе һәм Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында"ғы закон проектын эшләгән Федераль урман хужалығы агентлығы ойоштора.
Мәртәбәле сарала Федераль урман хужалығы агентлығы етәксеһе Виктор Масляков, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.
– Рәсәйҙә бөгөн эшкәртеүгә йүнәлтелгән ағастарға мотлаҡ дәүләт иҫәбе алып барылмай, был, үҙ сиратында, дәүләт һәм бизнес өсөн кире эҙемтәләргә килтерә, – тине Урман хужалығы агентлығы етәксеһе, конференцияны асып.
Республика башлығы, урман комплексының тулы ҡеүәтендә ҡулланылмауын билдәләп: "Бөгөн Рәсәйҙән, шул иҫәптән Башҡортостандан сит илгә күп осраҡта эшкәртелмәгән урман сығарыла", – тине.
Республикала киләсәктә Kronospan предприятиеһы ағас эшкәртеүҙе юлға һаласаҡ. Яңы предприятие Өфө районында урынлашасаҡ, ул тәүге продукцияһын 2014 йылда сығара башлаясаҡ. Проекттың хаҡы – 15 миллиард һумға яҡын.
С. ҒӘЛИМЙӘНОВ.